САРМАНАЙ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Март 2022, 11:40

Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙ – еңеүсе!

Үткән ялдарҙа Кушнаренко районы үҙәгендә баскетбол буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Беренселегенең зона ярыштары үтте.

Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙ – еңеүсе!
Баскетболсы ҡыҙҙарыбыҙ – еңеүсе!

 Был бәйгелә 2007 йылда туған һәм кесерәк йәштәге ҡыҙҙар оҫталыҡта, етеҙлектә көс һынашты. Көстәре тигеҙ булған тип әйтерлек командалар араһында барған көсөргәнешле ярыш яҡташтарыбыҙ – Саҡмағош беренсе урта мәктәбе командаһының еңеүе менән тамамланды. Беҙ йәш райондаштарыбыҙҙы һәм уларҙың тренеры Илһөйәр Өлфәт ҡыҙы Басированы ошо ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотлап, артабан да уларға юғары спорт бейеклектәре еңел буйһоноуын теләйбеҙ.

Автор:Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: