САРМАНАЙ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Март 2022, 16:40

Санғысылар ярышты

Башҡортостан уҡыусылары спартакиадаһы сиктәрендә район мәктәптәренен башланғыс синыфтары араһында санғы ярышы үтте. Унда гимназия, 1-се Кушнаренко, Иҫке Ҡормаш, Ҡалтай, Ҡарасайылға урта мәктәптәренән 64 малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.

Санғысылар ярышты
Санғысылар ярышты

 

Енеүселәр шәхси һәм команда иҫәбендә билгеләнде. 1-се Кушнаренко урта мәктәбе командаһы ин яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ҡалтай мәктәбе спортсылары икенсе урынға сыҡты. Иҫке Ҡормаш мәктәбенен йәш санғысылары маҡтау пьедесталынын өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.

Ҡыҙҙар араһында шәхси беренселектә гимназия уҡыусыһы Гүзәл Зарипова чемпион булды. 1-се урта мәктәп санғысылары Лера Хәкимова һәм Азалия Ғилемшина икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алдылар.

Малайҙар араһында маҡтау пьедесталын тулыһынса 1-се урта мәктәп санғысылары биләне. Тимур Ғәзизов – беренсе, Вадим Жердев – икенсе, Мансур Аллаяров өсөнсө урындарҙы алды.

Ярышта енеүселәр һәм призлы урын алыусылар миҙал  һәм грамота менән бүләкләнде.

 

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: