САРМАНАЙ
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2022, 20:25

Саҡмағоштоң йәш хоккейсылары – Рәсәй чемпиондары!

Республика һәм район тарихында тәүге тапҡыр беҙҙең Саҡмағош районының тренер Азат Илшат улы Мәжитов етәкселегендәге “Ястребы” командаһы йәш хоккейсыларҙың “Алтын шайба” Дөйөм Рәсәй финал ярыштарында чемпион исемен яуланы.

Был бәйгелә 2009-2010 йылда тыуған үҫмерҙәрҙе берләштергән ауыл райондары командалары Салауат ҡалаһында оҫталыҡта, етеҙлектә көс һынашты. Йәш райондаштарыбыҙ Рәсәйҙең 16 төбәгенән – Новосибирск, Владимир, Силәбе, Һамар өлкәләренән, Приморье, Алтай крайынан, Чукот Автоном округынан, Ингушетия Республикаһынан һәм илебеҙҙең башҡа ҡала-райондарынан килгән хоккейсыларынан өҫтөн сығып, Еңеүҙе яулап алды. Әлбиттә, был уларға еңел бирелмәне. Улар финалда Татарстан Республикаһының “Девон” командаһын буллиттар буйынса 5:4 иҫәбе менән еңеп, лайыҡлы уйын күрһәттеләр. Саҡмағоштоң биш тиҫтә йылдан артыҡ тарихҡа эйә булған хоккей данын ил күләмендә яҡлап ҡына ҡалмай, уны иң юғары дәрәжәгә күтәргән йәш хоккейсыларыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм уларға артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булуын теләйбеҙ!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: