САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2020, 14:10

Спорт менән өйҙә лә шөғөлләнәләр

Башҡортостан Республикаһында юғары әҙерлек режимы иғлан ителеүгә бәйле, район үҙәгендәге Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә бөтә уҡыу-тренировка күнекмәләре дистанцион режимда үткәрелә.

Спорт – сәләмәт тормош рәүешенең нигеҙе. Ул сәләмәтлекте һаҡларға һәм нығытырға ярҙам итә. Башҡортостан Республикаһында юғары әҙерлек режимы иғлан ителеүгә бәйле, район үҙәгендәге Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә бөтә уҡыу-тренировка күнекмәләре дистанцион режимда үткәрелә.
Тренер-уҡытыусылары бында шөғөлләнеүсе балалар өсөн ҡыҙыҡлы видеодәрестәр, күнегеүҙәр комплекстары, тест биремдәре әҙерләне. Балалар уларҙы бик теләп башҡара.
Беҙҙең Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә йөрөүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар тренировкаларҙы өйҙәрендә үткәрәләр һәм тренерҙары менән уңыштары тураһында уртаҡлашалар. Балалар менән фото һәм видеоотчет формаһында элемтә тотабыҙ.
Читайте нас: