Башҡортостан май айында уҡ төбәктә иң беренсе өстө ябыулы футбол манежын күтәрә башлауға килешеү төҙөргә мөмкин. Республиканың Спорт министрлығы был маҡсатта “Спорт – тормош нормаһы” проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 450 млн. һум аҡса йәлеп ителә алған.
“Яҡын арала өҫтө ябыулы футбол манежы төҙөлөшен башлайбыҙ. Ул Комаров урамында “Нефтяник” стадионы менән йәнәшә урынлашҡан каркаслы-модулле заманса павильон буласаҡ. Унда өлкәндәр дә, балалар ҙа күнекмәләр яһай аласаҡ. Спорт комплекһының проекты эшләнгән. Май айында төҙөүсе ойошма менән контрактҡа ҡул ҡуйыласаҡ”, – тип яҙа был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Быға ҡәҙәр төбәк Хөкүмәте әлеге футбол манежын төҙөүҙе 2020-2022 йылдарға иҫәпләнгән республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 617,3 млн. һум күләмендә раҫлағайны. Проекттың дөйөм смета хаҡы 581,7 млн. һум тәшкил итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агентлығы.