САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Март 2020, 12:17

Яңы еңеүҙәр

Екатеринбург ҡалаһында Халыҡ-ара бергә-бер көрәше турниры һәм бөтә стилле каратэ турнирҙары үтте. Башҡортостан Республикаһы командалары составында Дүртөйлөнән «Арыҫлан» үҫмерҙәр патриотик клубы көрәшселәре лә бар ине.
Ярыштарҙа 8 илдән һәм Рәсәйҙең 32төбәктәренән 600 тирәһе йәш спортсы ҡатнашты. Беҙҙең егет-ҡыҙҙарыбыҙ ката-соло, бөтә стилле каратэ, кикбоксинг, тай боксы, көрәш, ҡул һуғышы кеүек бүлектәрҙә ярыштылар.
Спортсыларыбыҙҙың иҫәбендә: 10 алтын, 9 көмөш һәм 2 бронза миҙал Дан пьедесталына Ынйы Хәсәнбәкова (3 алтын һәм 1 көмөш миҙал), Элина Бурумбаева һәм Ислам Хажиев (икешәр алтын миҙал), Юлия Ҡаҙирова, Ләйсән Сәрүәрова, Рәзилә Хәсәнбәкова (берәр алтын һәм берәр көмөш миҙалдар), Денис Ғималетдинов (бер көмөш һәм бер бронза миҙал), Илһам Дәүләтов (бер көмөш миҙал) күтәрелделәр.
“Арыҫлан” үҫмерҙәр патриотик клубының алты спортсыһы халыҡ-ара дәрәжә чемпион һәм дүртеһе – халыҡ-ара форум призерҙары булды.
Клуб тренеры Ирек Хәсәнбәковҡа “Патриотизм һәм спортты үҫтереүҙә өлөш индергән өсөн" Рәхмәт хаты тапшырылды.
Читайте нас: