САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Октябрь 2018, 12:12

«Алтын юлбарыҫ»ты буйһондороусылар

Сентябрь аҙағында Екатеринбург ҡалаһында Европа һәм Рәсәйҙең спорттың көс төрҙәре фестивале үтте.

«Алтын юлбарыҫ» тип аталған был турнир Рәсәйҙә генә түгел, бәлки Европала иң эреләрҙең береһе булды. Ярыштарҙа спорттың ҡырҡ биш төрө буйынса һигеҙ меңдән артыҡ спортсы, шул иҫәптән 3300ҙән артыҡ пауэрлифтингсы ҡатнашты. Бәйгеләрҙе ун ике меңгә яҡын тамашасы күҙәтте. Бындай күләмле турнирҙа кушнаренколарҙың ҡатнашыуын билдәләү айырыуса күңелле. Улар –тренер Рөстәм Мифтахов әҙерләгән спортсылар Рөстәм Рамазанов, Артур Айҙаров һәм Руслан Уляев.

***

Ике меңенсе йылдар башында, интернет йорт телефоны линияһы аша тоташтырылғанда һәм ярты сәғәте 50 һум торған, «пауэрлифтинг» һүҙен күптәр әйтә лә алмаған, ә мәғәнәһен һанаулы кешеләр генә аңлаған заманда, Рәсәйгә спорттың ошо төрө килеп инде һәм тиҙ арала бөтөн илгә таралып, популярлыҡ яуланы.

Пауэрлифтинг йәки көс троеборьеһы – спортсы өсөн иң ҙур ауырлыҡ – тын ҡаршылығын еңеүҙән тора. Боронғо замандарҙа уҡ Мысыр, Ираҡ, Ҡытай һәм Грецияла ир-егеттәр үҙ көстәрен күрһәтеүҙә ярышҡан. Пауэрлифтингтың башланғысын нәҡ шул осорҙан иҫәпләргә була. Беҙҙең эраға ҡәҙәр үк Ҡытайҙа армияға алыныусыларҙың ҙур ауырлыҡтар күтәреү һәләтен тикшергәндәр. Боронғо Грецияла ла физик күнекмәләр менән шөғөлләнергә яратҡандар. Мәҫәлән, бөйөк грек

атлеты Феаген туғыҙ йәшендә үк бронза статуяны шаҡтай араға күсерә алған. Грецияның Кротон өлкәһендә йәшәүселәр айырыуса көслө булыуҙары менән танылған. Бында Грецияның иң көслө кешеһе Милон йәшәгән. Ул дүрт йәшлек үгеҙҙе иң башына күтәреп, Олимпия стадионын әйләнеп сыға алған. Бында 143 килограммлы таш табылған. Уға Бибон исемле кешенең был ташты бер ҡулы менән күтәрә алыуы тураһында яҙылған. Грек мәҙәниәте йоғонтоһо көслө булған боронғо Римда ҡыҙыҡлы яҙма дәлилдәр табылған. Сенека үҙенең бер йылъяҙмаһында ауырлыҡтар күтәреп шөғөлләнергә тәҡдим иткән.

Егерменсе быуат урталарында Көнбайыш илдәрендә ярыштар үткәрелә башлай. Алтмышынсы йылдарҙа уларҙың ҡағиҙәләре билдәләнә. Шунан һуң инде пауэрлифтинг бөгөнгө сифаттарҙы ала. 1964 йылды спорттың ошо көс төрөнөң тыуған йылы тип иҫәпләргә була. Нәҡ шул саҡта АҠШта пауэрлифтинг буйынса беренсе рәсми булмаған, ә унан һуң инде рәсми милли чемпионат үткәрелә. 1972 йылда Халыҡара пауэрлифтинг федерацияһы ойошторола. Ә киләһе йылда беренсе донъя чемпионаты була.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 10 һанында уҡығыҙ).
Читайте нас: