САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Август 2018, 18:27

Беҙ спортты һайлайбыҙ!

Август башында балалар – йәштәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Беҙ спортты һайлайбыҙ!» девизы менән көндөҙгө ял лагеры асылды.

Бында өс аҙна дауамында алтмыш малай һәм ҡыҙ күнекмәләр программаһы буйынса шөғөлләнә һәм ял итәсәк. Лагерҙы асыуға бағышланған тантаналы линейкала балаларҙы муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире Вадим Костромин һәм спорт мәктәбе директоры Ринат Хәмәтдинов йылы тәбрикләнеләр.

Спорт мәктәбенең волейбол, баскетбол, велосипед спорты һәм нәфис гимнастика бүлексәләрендә тәрбиәләнеүселәрҙең күрһәтмә сығыштары сараға байрам йәме өҫтәне. Отрядтар капитандары балалар-йәштәр спорт мәктәбе флагын күтәрҙе.

Тәрбиәселәр сифатында тренер-уҡытыусылар эшләй. Улар спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр, төрлө сәләмәтләндереү саралары, экскурсиялар ойошторасаҡ.

Лагерҙа һәр сара һәм көн йомғаҡ яһау менән тамамлана, актив ҡатнашыусыларға бүләк тапшырыла. Балалар күберәк саф һауала шөғөлләнәләр, ямғыр яуғанда ғына спорт залына инәләр. Көнгә ике тапҡыр «Аҡсарлаҡ» кафеһына ашарға йөрөйҙәр.

«Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!» тигән һүҙҙәр бер ҡасан да әһәмиәтен юғалтмай. «Дуҫлыҡ» лагерында тап шулай булыуын көндәлек эшсәнлектәре менән иҫбатлайҙар.


Читайте нас: