САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ноябрь 2017, 12:01

ҠЫҘҘАР ҺЫНАТМАНЫ

Октябрь уртаһында Әстерхан ҡалаһында нәфис гимнастика буйынса “Каспий таңдары” Бөтөн Рәсәй ярыштары үтте.

Бәйгегә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ставрополь һәм Краснодар крайҙары, Удмурт, Ҡабар-

ҙы-Балҡар, Ҡалмыҡ, Башҡортостан Республикалары, Һарытау, Волгоград, Һамар, Мурманск, Смоленск өлкәләренән спортсылар йыйылды. Ҡазахстан һәм Донецк гимнастары ла даими килә. Ярышта барлығы 250нән артыҡ кеше ҡатнашты.

Республика намыҫын беҙҙең район вәкилдәре – 1-се Кушнаренко урта мәктәбе уҡыусылары Карина Хәй-фуллина һәм Виктория Спиридонова ла яҡланы.

Тренер Любовь Шәрә-фетдинова етәкселегендәге йәш гимнасткалар үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алды. Һөҙөмтәлә улар финалға сыҡты. 78 ҡат-нашыусы араһында Карина – маҡтаулы дүртенсе, ә Виктория ун дүртенсе урынды яуланы. Был — ҙур уңыш!

Ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың тренерын ихлас ҡотлайбыҙ, алға табан да яңы үрҙәргә ирешеүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: