САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ноябрь 2017, 13:25

Хоккей спортын үҫтереү өсөн

Зона кәңәшмәһендә һәүәҫкәр уйынсылар өсөн шарттар булдырыу тураһында һүҙ барҙы

Саҡмағош районы

Ошо көндәрҙә Саҡмағошта һәүәҫкәр хоккейсылар командалары араһында шайбалы хоккей буйынса Саҡмағош ауылының Асыҡ чемпионатын ойоштороп үткәреү буйынса төбәк кәңәшмәһе үтте.

Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, Башкортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары А.В.Новиков, “Башҡортостандың берләштерелгән хоккей федерацияһы” йәмғиәтенең башҡарма директоры Р.Н.Нуретдинов, Уфаның һәүәҫкәр хоккей лигаһы рәисе А.Ильясов, беҙҙең зонаға ингән һигеҙ район башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары һәм йәштәр эштәре, физкультура һәм спорт буйынса комитет комитеттары рәистәре ҡатнашты.

Кәңәшмәнең тәүге өлөшө өҫтө ябыулы “Саҡмағош-Арена” боҙ шыуғалағында үтте. Уны ҡарағандан һуң район мәҙәниәт йортоноң конференциялар залында республикала һәүәҫкәр хоккей хәрәкәтен үҫтереү, чемпионатты ойоштороп үткәреү регламентына ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Семинарҙы ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар алдына райондарҙа йәшәүсе халыҡ араһында физкультура һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, хоккейҙы яратыусыларға һәүәҫкәр лигала ҡатнашыу өсөн бөтә талап ителгән шарттарҙы булдырыу, һәүәҫкәр хок-кейсыларҙың оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү бурыстары ҡуйылды. Тикшерелгән мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Һәүәҫкәр командалар капитандары һәүәҫкәр командалар араһында шайбалы хоккей буйынса чемпионатта ҡатнашыу мәсьәләләрен тикшереү өсөн кәңәшмәгә саҡы-рылды.

Читайте нас: