САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңы поликлиника тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башланы

Был аҙнала 28 марттан башлап Саҡмағош районы үҙәгендәге яңы поликлиника тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Уның асылыуын райондаштар көтөп алды.

Яңы поликлиника тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башланы
Яңы поликлиника тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башланы

“Сәләмәтлек” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә төҙөлгән был заманса медицина учреждениеһының яңы корпусында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡабул ителә. Бында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, рентген бүлеге, медицина профилактикаһы бүлеге, табибтар кабинеттары, эндоскопия бүлеге урынлашты. Бынан тыш, яңы корпусҡа ғаиләне планлаштырыу һәм сәләмәт бала кабинеттары ла күсте.
Поликлиниканың маршрутлаштырыу схемаһы ауырыуҙар өсөн уңайлы итеп эшләнгән, шуға ла тейешле белгестәр кабинеттарын табыу еңел.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: