Муниципаль Саҡмағош район хәкимиәтендә дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы үтте. Уны комиссия рәйесе, муниципаль район хәкимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Шакирова асты һәм алып барҙы. Сара барышында көн үҙәгендә торған һорауҙар тикшерелде.
Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында Ҡорбан байрамын үткәреү, эпидемиягә ҡаршы сикләү сараларын иҫәпкә алып, ғәйет көнне дини йорттарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса Светлана Шакирова сығыш яһады. Артабан Саҡмағош район ветеринар станцияһы начальнигы Радмир Ямалеев ҡорбан салыуҙы ойоштороу шарттары, был шарттарҙа мотлаҡ булған ҡәғиҙәләр һәм ниндәй документтар тейешлеге тураһында һөйләне. Комиссия секретары, муниципаль район хәкимиәтенең мәғлүмәт-аналитика секторы мөдире Айгөл Нәбиева дини йорттарҙы террорсылык хәүефһеҙлеге буйынса категориялаштырыуҙы үткәреү, был сара сиктәрендә район биләмәһендәге мәсеттәрҙең хәүефһеҙлек паспорттарын раҫлау өсөн документтар әҙерләү хаҡында мәғлүмәт еткерҙе.
Билдәле булыуынса, быйыл Ҡорбан ғәйете йома, 31 июлдә билдәләнә. Башҡортостанда ул эш көнө булмаған ял һәм байрам көнө тип иғлан ителде. Республика Роспотребнадзорынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙың төп һәм өҫтәмә күрһәткестәре эпидемиологик хәлдең яҡшыра барыуы тураһында һөҙөмтәләр яһарға ирек бирмәй. Быға бәйле, район биләмәһендә Ҡорбан ғәйетен билдәләү өсөн мәсеттәрҙә кешеләр күпләп йыйылған урындарға барыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Был айырыуса 65 йәштән өлкәнрәк булған райондаштар өсөн мөһим. Сөнки әлеге көндә республикала өлкәндәр өсөн үҙсикләү саралары һаман да ғәмәлдә ҡала.
Сарала шулай уҡ ҡорбанға салырға тип малдарҙы һатып алған һәм бер торлаҡ пункттан икенсеһенә алып барған осраҡта, уларҙың һуңғы арала таралыу тенденцияһы күҙәтелгән ящур һәм башҡа ауырыуҙар йоҡтормауын дәлилләгән белешмәләре, малдарҙың идентификация процедураһын үтеүе мотлаҡ шарттарҙың береһе булыу тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ ҡорбанға мал салырға ниәт иткән райондаштарҙың был хаҡта ерле хәкимиәттәргә хәбәр итеүе лә мөһим.