Үткән аҙнала муниципаль Саҡмағош районы хәкимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Был көндө автомобилдәр һәм ауыл хужалығы техникаһының яғыулыҡ системаһын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса тормошҡа ашырылып, ғәмәлдә эшсәнлек башлаған проекты ҡаралды. Сара барышында муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев тейешле структуралар вәкилдәренә двигателдәр, яғыулыҡ насостары һәм "Common Rаil” системалы форсункаларҙы үҙебеҙҙең ерлектә хеҙмәтләндереү мөмкинлеге булдырылыу тураһында юридик шәхестәргә, шәхси эшҡыуарҙарға ла мәғлүмәт еткереүҙәрен үтенде һәм ошо эште башҡарыусы эшҡыуарға ярҙам итеү варианттарын ҡарарға ҡушты.