САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Июнь 2020, 18:10

Заман әфәтенә киртә ҡуйыр өсөн

26 июндә Халыҡ-ара наркотиктар ҡулланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө билдәләп үтелә.

26 июндә Халыҡ-ара наркотиктар ҡулланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө билдәләп үтелә.
Тап бер ай элек беҙҙең Саҡмағош районында Дөйөм Рәсәй наркотиктарға ҡаршы көрәш һәм сәләмәт тормош рәүешен популярлаштырыу буйынса айлыҡ иғлан ителгәйне. Ул 26 майҙан 26 июнгә ҡәҙәр дауам итте.
Айлыҡтың тәүге көннәренән үк күп төрлө саралар үткәрелә башланы. Уҡыу йылы тамамланғансы, 29 майға ҡәҙәр район мәктәптәре уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән онлайн режимында сәләмәт тормош рәүешен формалаштыру, наркоманияне, алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙы киҫәтеү тураһында әңгәмәләр, “Беҙ бергә – наркотиктарға юҡ!” тип исемләнгән синыф сәғәттәре, “Беҙ наркотиктарға ҡаршы! Беҙ спорт яҡлы!”, “Упҡын өҫтендәге тормош” дистанцион саралары үткәрелде.
Май ахырынан 26 июнгә ҡәҙәр ошо айлыҡ сиктәрендә район ауылдары китапханаларында да күп төрлө саралар үтте. Йәштәр эштәре, физкультура һәм спорт буйынса комитет менән Йәштәр үҙәге белгестәре тәрбиәүи-профилактик эшсәнлек мәсьләләре буйынса наркотиктарға ҡаршы көрәш һәм сәләмәт тормош рәүешен популярлаштырыу айлығы сиктәрендә онлайн-семинар ойошторҙо. Район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре айлыҡ барышында лекциялар циклын үткәрҙе, ауылдарҙағы мәҙәни усаҡтарҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәр “Беҙ бәхетле һәм сәләмәт баласаҡ яҡлы” тип иҫемләнгән рәсемдәр онлайн-бәйгеһен ойошторҙо.
Айлыҡ тамамланыр алдынан муниципаль район хәкимиәтендә наркотиктарға һәм уларҙың законһыҙ таралыуына ҡаршы көрәш буйынса комиссия ултырышы булды.
Фото: Аблай ауылы мәҙәниәҙт йорто сайтынан.
Читайте нас: