Бөгөн, 22 июндә, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. 79 йыл элек, тап ошо көндә фашист илбаҫарҙары Советлар Союзы сиктәрен үтеп инә. Илдә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1418 көн һәм төн дауам иткән был тиңдәшһеҙ алышта ил аҙатлығын яулау өсөн тиҫтәләгән миллион ватандаштарыбыҙҙың ғүмере өҙөлә. Ҡорбандар фронтта ла, тылда иҫәпһеҙ күп була. Шуға ла был көн Хәтер көнө лә булып күңелдәргә уйылған. Беҙ 22 июньдә үҙ ғүмере хаҡына Еңеү яулаған каһармандарҙы хөрмәтләп иҫкә алып, уларҙың батырлыҡтары алдында баш эйәбеҙ.
Хәтер һәм ҡайғы көнөндә муниципаль район хәкимиәте етәкселәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, хәрби комиссариат, ветерандар советы һәм йәмәғәтселек вәкилдәре Саҡмағош үҙәгендәге Еңеү паркында яугир райондаштарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған мемориаль комплекстагы Мәңгелек ут янына сәскәләр һалдылар һәм бер минут тын ҡалып ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алдылар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәңгелеккә киткәндәрҙең хәтерен хәҙер һәйкәлдәр һәм обелисктар һаҡлай. Фронтовиктарга һәм тыл батырҙарына – мәңгелек дан!