САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
18 Июнь 2020, 12:10

Конкурстан – еңеү менән!

Өфөләге балалар технопаркында өҫтәмә белем биреү учреждениеларында шөғөлләнеүсе һәм һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “АРТ-дизайн-2020” республика кимәлендәге дизайн проекттары конкурсы үтте.

Өфөләге балалар технопаркында өҫтәмә белем биреү учреждениеларында шөғөлләнеүсе һәм һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “АРТ-дизайн-2020” республика кимәлендәге дизайн проекттары конкурсы үтте. Унда Саҡмағош Балалар ижад үҙәге тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Жюри йәш райондаштарыбыҙҙың эштәрен юғары баһаланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса педагог Луиза Федрат ҡыҙы Мифтахова етәкселегендәге “Каприз” мода һәм стиль студияһы тәрбиәләнеүселәре «АРТ-дизайн – 2020 (PRO-Design)» бәйгеһенең еңеүселәре һәм призерҙары булып танылды. “Графика дизайны” номинацияһында “БакоЛабс” бактериологик лабораторияһы өсөн брендбук эшләү” ижади эше менән сығыш яһаған Аделина Вилданова беренсе урынды яуланы. “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы ярҙамы менән булдырылған “Заманса йәмәғәт транспорты” номинацияһында Камил Сәлимов “Өфө ҡала тур автобусы” эше менән икенсе, “Автовокзал – Өфө” эше менән Рузана Сәлимова өсөнсө урынды яуланы.
Призерҙар һәм еңеүселәр республиканың Мәғәриф министрлығы Дипломдары менән бүләкләнде, конкурста ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды. Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм арытабан да бары тик уңыштар ғына юлдаш булуын теләйбеҙ.
Читайте нас: