САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
4 Июнь 2020, 11:40

Тренажерҙар урынлаштырыласаҡ

Фәриҙә Ғиҙҙәтуллина,йәштәр эштәре буйынса белгес.

Урындағы инициативаларны хуплау программаһы – ул муниципаль берәмектәр бюджетын, физик һәм юридик шәхестәрҙең аҡсаларын берләштереп туплап, социаль яҡтан әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итергә йүнәлтә торған механизм. Аның үҙенсәлеге шунда – муниципаль берәмектә тормош шарттары яҡшырыу тәү сиратта унда йәшәүселәрҙең әүҙемлегенә туранан-тура бәйле. Тап бына унда йәшәүсе халыҡ был ерлектә нинди проект ғәмәлгә ашырылаһын һәм бының өсөн ни ҡәҙәр көс ҡуярға әҙер булуын хәл итә.
Быйылғы йомғаҡлау йыйылышында беҙҙең ауыл биләмәһендә йәшәүселәр Рапат ауылында өҫтө ябыулы урам тренажер комплексын һатып алып урынлаштырырға ҡарар иткәйне. Бернисә этапта ҡаралғандан һуң ауыл Советынан тәҡдим ителгән проект конкурс һайлап алыуын уңышлы үтте. Оҙаҡламай уны бойомға ашырыу йәһәтенән эштәр башланасаҡ.
Читайте нас: