Яҙғы-йәйге осор – тәбиғәттең күркәмләнеү мәле генә түгел, тирә-яҡты таҙартыу-бөхтәләү һәм төҙөкләндөрөү осоро ла ул. Саҡмағош районының Яңы Ҡото ауыл биләмәһендә шәмбе өмәләрен үткәреү күптән инде күркәм традицияға әүерелде. Был өмәләр ваҡытында таҙартыу эштәре башҡарылды, сәскәләр ултыртылды.
Бынан тыш, ауыл биләмәһенә ҡараған Тамьян ауылында күпер ремонтланды, биләмә үҙәге булған Яңы Ҡото ауылының Айкүл урамында юлдар төҙөкләндерелде, соҡорҙарға гравий һалынды.
Әлеге ваҡытта биләмәлә Торлаҡ пункттары эстетикаһы йылы сиктәрендә территорияларны төҙөкләндереү маҡсатында буяу-матурлау эштәре башҡарыла.