САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Июнь 2020, 16:40

Әҙерлек эштәре бара

Райондағы йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерләнә башланы.

Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе ҙур булыу сәбәпле иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы әлегә тулыһынса ғәмәлдән сығарылмағанлыҡтан, быйылғы йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы ғәҙәттәгенән берни ҡәҙәр һуңыраҡ башлана. Райондағы йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерләнә башланы.
Ошо көндәрҙә Саҡмағоштың Йәштәр үҙәге белгестәре “Йәш армиясе-2020” палаткалы лагерын ойоштороу өсөн билдәләнгән майҙанды йыйыштырып, тәртипкә килтерҙеләр. Эш барышында әлеге майҙан территорияһы зоналарға бүленеп, ундағы үлән сабып алынды, ҡороғаны сығарылды. Эпидемиологик хәл киҫкенләшмәһә, лагерь июль айында йәш райондаштырыбыҙҙы ҡабул итер, тип планлаштырыла.
Читайте нас: