Бөгөн, 29 майҙа, сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңгыраны. Саҡмағош районы мәктәптәрен 319 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы һәм 108 ун беренсе класс уҡыусыһы тамамланы.
Кеше ғүмерендә иң истәлекле байрамдарҙың береһе булған шатлыҡлы ла, берсә һағышлыраҡ та был көн быйыл тәүге тапҡыр ғәҙәти булмаған шарттарҙа үтте. Коронавирус пандемияһы хәүефе юғары булғанлыҡтан, был яҡты байрамды уҡытыусылар һәм уҡыусылар бергә, туған мәктәптәрҙә ҡаршылай алмаһа ла, тантана рухын бер ниндәй ҡаршылыҡтар да һис һүрелтә алманы. Заман технологиялары ярҙамында, бернигә лә ҡарамай, байрам юғары кимәлдә үтте, һуңғы ҡыңғырау сыңы алыҫ юлға сығыу алдында торған егет-кыҙҙарҙың йөрәктәрен елкендерҙе, бала саҡтың иң татлы йылдары инде артта ҡалыуын хәбәр итте.
Ҡәҙерле сығарылыш синыф уҡыусылары! Хөрмәтле уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр! Һеҙҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайбыҙ. Һеҙ киләсәк тормош һәм һөнәри юлығыҙҙы һайлау алдында тораһығыҙ. Ниндәй генә өлкәлә хеҙмәт итһәгеҙ дә, мәктәптә белем алған йылдарҙа һеҙҙең эргәлә булған, үҫергә ярҙам иткән, йән йылыһын биргән, һеҙҙе хәҫтәрләгән, еңергә өйрәткән, үҙ белемдәре һәм тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан уҡытыусыларығыҙ һәм атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙгә ҙур өметтәр бағлай һәм үҙ пландарығыҙҙы бойомға ашыра аласағығыҙға, тормошта лайыҡлы урын аласағығыҙға ышана. Һеҙҙе ғүмерегеҙ буйына мәктәптә һыналған ныҡлы дуҫлыҡ оҙата барһын, уҡытыусыларығыҙҙың кәңәшләре ярҙам итһен, бөтә уй-хыялдарыгыҙ һәм омтылыштарығыҙ ғәмәлгә ашһын.
11нсе синыфтар алдында – сығарылыш имтихандары. Уларҙы яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп тапшырып сығыуығыҙҙы теләйбеҙ. Үҙ-үҙегеҙгә ышанырға, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнегеҙ, ҡуйған маҡсаттарығыҙға таба ҡыйыу барығыҙ һәм бер ҡайсан да ирешелгәндәрҙә генә туҡталмағыҙ! Хәйерле сәғәттә!