Әйләнә-тирә территорияны төҙөкләндереү мәктәп һәм кеше тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки мәктәп ул – беҙҙең икенсе туған йортобоҙ, беҙ уны бик яратабыҙ һәм уны эстән генә түгел, тышынан да матур итеп күрергә теләйбеҙ. Балаларға бында психологик яҡтан да, физик яҡтан да уңайлы булырға тейеш. Бөтәһен дә ентекле уйлап, беҙ, мәктәп яны участогын балалар уйнарға һәм ял итергә ярата торған урын итеп кенә түгел, ә бына тигән белем һәм аҡыл кеүәһен үҫтереү майҙаны итеп үҙгәртеп була.
Тап бына ошо маҡсатта Саҡмағош беренсе урта мәктәбе территорияһында мәктәп эргәһе участогын төҙөкләндереү буйынса күләмле эштәр башҡарыла. Уҡытыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре үҫентеләр, ҡыуаҡтар ултырталар, сәскә түтәлдәре яһайҙар. Бер ҙә юҡтан ғына мәктәбебеҙ иртә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр йәшеллеккә һәм сәскәләргә күмелеп ултырмай! Ошо көндәрҙә бында ҡоҙоҡ “ҡаҙылды”. Әлбиттә, алда әле башҡарасы байтаҡ эштәр бар. Әммә беҙ мәктәбебеҙ күренеше зауыҡлы, юғары эстетикалы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышырбыҙ. Сөнки тап бына ошо ғәмәлдәребеҙ уҡыусыларҙа матурлыҡты күрә белеү һәм яҡшы зауыҡ хистәрен тәрбиәләй. Әлбиттә, мәктәп территорияһын тәртиптә тотоу даими иғтибар һәм бөхтәлек талап итә. Шуға ла мәктәп коллективы үҙ ҡулдары менән булдырған матурлыҡты һаҡлау өсөн бар тырышлығын йүнәлтәсәк. Республикала Торлаҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителгән ағымдағы йылда был айырыуса мөһим.