САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Май 2020, 12:35

Герой йорто төҙөкләндерелә

Иҫке Бәшир ауылында ошо ерлектә тыуып-үҫкән Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Хәким улы Латиповтың бында урынлашҡан йорт-музейын реставрациялау һәм яңыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла.

Иҫке Бәшир ауылында ошо ерлектә тыуып-үҫкән Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Хәким улы Латиповтың бында урынлашҡан йорт-музейын реставрациялау һәм яңыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Әлеге ваҡытта йорттоң тышҡы стеналарына, тәҙрә ҡапҡастарына һәм түбәһенә косметик ремонт үткәрелде. Евротәҙрәләр ҡуйылды, йорт күтәрмәһе ремонтланды, өй эсендә һәм верандала иҙән йәйелде.
Сиратта – түшәмде, иҙәндәрҙе, эске стеналарҙы һәм тәҙрә яңаҡтарын буяу эштәре. Бынан тыш, йорт эсенең һуғышҡа ҡәҙәрге мөхитен, ул саҡта көндәлек ҡулланылышта булған йыһазҙарҙы ла тергеҙергә планлаштырыла.
Ошо төҙөкләндереү эштәре тамамланғандан һуң был йорт-музей ауылдың иҫтәлекле урынына әүерелеп, яҡташ Герой Г.Х.Латиповтың ғына түгел, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашкан бөтә райондаш яугирҙәрҙең да ҡаһарманлығы, батырлығы үрнәге һәм уларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлау өлгөһө булып торасаҡ.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейлы тантанаһы билдәләнгән ағымдағы йылда ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Марсель Хәҙит улы Хәсәновтың тәҡдиме һәм башланғысы менән алып барылған был изге эшкә Иҫке Бәшир ауылы моделле китапханасы хеҙмәткәрҙәре лә үҙ лайыҡлы өлөшөн индерә.
Читайте нас: