“Хәтер баҡсаһы” Дөйөм Рәсәй акцияһы һәм “Алма баҡсаһы” проектын бойомға ашырыу сиктәрендә 9 май көннө Саҡмағош беренсе урта мәктәбе территорияһында уҡыу йорто етәкселеге һәм уҡытыусылар, техник персонал коллективы 75 алмағас үҫентеһе ултыртты. Был йәш үҫентеләрҙе тыуған мәктәптәренә бында белем алып, тормошта үҙ ныҡлы урынын тапҡан яҡташтарыбыҙ – яуаплылығы сикләнгән “Центр Питания” йәмғиәте етәксеһе Ынйы Ревиль ҡыҙы һәм яуплылығы сикләнгән “Стройкомплект” йәмғиәте директоры Вадим Шамил улы Әхмәҙуллиндар бүләк иткән.
Әлеге Хәтер акцияһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ул – яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тиңе булмаған ҡаһарманлығына һәйкәл булып тора. “Хәзер уҡыусыларыбыҙҙың да, районда йәшәүселәрҙең һәм шулай уҡ беҙҙең Саҡмағошҡа ҡунаҡҡа килеүселәрҙең дә уртаҡ тарихыбыҙға үҙ ҡатнашлығын да тойоу мөмкинлеге була, – ти был хаҡта мәктәп директоры А.Р.Бикмөхәммәтов. – Йәштәребеҙҙең һәм бөтә быуын вәкилдәренең дә был батырлыҡ тураһында онотмауы, хәтерләүе айырыуса мөһим”.
Эпидемиологик хәлгә бәйле, алма баҡсаһын ултыртыу эше бөтә хәвеүефһеҙлек талаптарын һаҡлап ойошторолдо. Дәүләтебеҙгә аҙатлык, тыуған еребеҙгә тыныслыҡты үҙ ғүмере хисабына яулап алған яҡташтарыбыҙ тураһындағы яҡты иҫтәлекте мәңгеләштереү эшенә үҙ өлешен индергән һәр кемгә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Барығыҙға ла тыныслыҡ теләйбеҙ һәм бер нисә йылдан мәктәп алдындағы алма баҡсаһы һәр ҡайһыбыҙҙы илаһи матурлығы менән һөйөндөрөр, дип ышанабыҙ.