САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Май 2020, 15:05

Халыҡ-ара конкурста танылыу яулап

Таланты, оҫталығы кимәле ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр кеше рәссәм була ала. Саҡмағош Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеге педагогтары балаларҙың рәсем төшөрөүгә сәләтен аса һәм уны артабан үҫтерә беләләр. Бүлек уҡыусылары эштәренән төҙөлгән күргәҙмәләр мәктәп һәм район күләмендәге сараларҙың йәме-биҙәге булып тора, төрле дәрәжәләге конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Күптән түгел педагог Г.Р.Хәмәтдинованың уҡыусылары үҙ ижади эштәрен “Йыл миҙгелдәре. Яҙ” тип исемләнгән Халыҡ-ара бәйгегә ебәрҙеләр. Уны “Перспектива” балалар ижадын һәм педагогтарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү Үҙәге ойошторҙо.
Яҙ – тәбиғәттең иң мөгжиҙалы миҙгеледер ул, моғайын. Йылдың был фаҫылында тормош ағышы ла йәнләнә төшә кеүек: күҙ алдында тиерлек ағастарҙағы бөрөләр япраҡ яра, ҡар иреп бетеү менән нарцисстар һәм тюльпандар ҡарашты иркәләй... Бар тарафтарҙан ҡоштар һайрауы ишетелә, улар үз парларын табып, оя кора. Тәбиғәттә бер ваҡытта ла булмағанса тормош ҡайнай. Һәм барлыҡ ошо сағыу төҫлө яҙ палитраһы беҙҙең йәш рәссәмдарыбыҙҙың эштәрендә сағылыш таба.
Конкурс йомғактары буйынса өс уҡыусыбыҙға бәйгелә ҡатнашҡан өсөн Диплом тапшырылды, йәнә өсөһө III дәрәжә, дүрт уҡыусыбыҙ – II дәрәҗә Дипломдар менән бүләкләнде. Ә инде Ирина Нәбиуллина, Радмир Низамов, Гүҙәл Таҡиянузова, Эвелина Ҡорбанова, Аделина Насибуллинаның эштәре I дәрәжә Дипломдарға лайыҡ булды. Һөҙөмтәле эшсәнлеге һәм һөнәри оҫталығы, шулай уҡ конкурста әүҙем ҡатнашуы һәм Халыҡ-ара бәйге еңеүселәре әҙерләгән өсөн Балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Гөлнара Рив кызы Хәмәтдинова Диплом менән бүләкләнде.
Еңеүселәрҙе ҡотлыйбыҙ һәм уларға артабан да ижади уңыштар юлдаш булуын теләйбеҙ.
Читайте нас: