САРМАНАЙ
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Май 2020, 13:15

Акцияларға әүҙем ҡушылып

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү байрамы билдәләнгән 9 май көннө ил, республика күләмендә күп төрлө онлайн-акциялар үтте.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү байрамы билдәләнгән 9 май көннө ил, республика күләмендә күп төрлө онлайн-акциялар үтте. Коронавирус пандемияһы таралыу хәүефенә бәйле, күп халыҡ ҡатнашлығында һәм тантаналы үтәргә тейешле был сараларҙың байтағы Интернет ярҙамында ойошторолдо. Уларҙа беҙҙең райондаштар ҙа әүҙем ҡатнашты.
Саҡмағоштар социаль селтәрҙәрҙә үткән “Үлемһеҙ полк”, “Олатайға Еңеү өсөн рәхмәт”, “Беҙ барыбер рәхмәт әйтәбеҙ”, “Еңеү әҙәбиәте”, “Еңеү варистары” , “Еңеү вальсы”, “Еңеү тәрәҙәләре” акцияларына берҙәм ҡушылды. Район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары ижади коллективтарының концерт программалары “Еңеү салюты-2020” республика фестивале сиктәрендә офлайн режимында трансляцияланды. Район китапханасылары социаль селтәрҙәрҙә “Хәтер беҙгә тыңғы бирмәй...” тип исемләнгән офлайн-проект, крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре “Саҡмағоштар ҡаһарманлығы үлемһеҙ” онлайн-күргәҙмәһен ойошторҙо.
Район үҙәгенең Аҙатлыҡ урамындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр был көндө истәлекле шундай бер сараның шаһиты булып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә унда ҡатнашты. Улар тап көн үҙәгендә – 12.00 сәғәттә “Тыуған тәрәҙәлә Үлемһеҙ полк” һәм “#Йорт алдында йырлайбыҙ” акцияһына ҡушылды. Был йорттарҙа йәшәүселәр балкондарға сығып та, ишек алдарына төшөп тә, хәүефһеҙлек талаптары буйынса тейешле дистанцияны һаҡлап, район мәҙәниәт йорто һәм Йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән бергә кесе йәштән үк барыбыҙға ла таныш булған В.Харитонов һүҙҙәренә Д.Тухманов ижад иткән “Еңеү көне” йырын башҡарҙы. Балкондарға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан якындарының фотоһүрәттәрен күтәреп сығып акцияға кушылыусылар ҙа булды. Улар барыһы ла тантаналы байрамдың тулҡынландырғыс миҙгелдәрен бүләк иткән сәхнә оҫталарына һәм Йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе.
Был көнде киске 21.00 сәғәттә Дөйөм Рәсәй акцияһына ҡушылып, Бөйөк Ватан һуғышы алыштарында ҡатнашҡан һәм ил аҙатлығын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индергән яҡындарының яҡты истәлеген бер минут тын ҡалып искә алған һәм акция ахырында телевидениенең үҙәк каналдарында яңғыраған “Еңеү көне” йырын башҡарған яҡташтарыбыҙ ҙа күп булуына иманыбыҙ камил.
Бер аҙ һуңраҡ, 22.30 сәғәттә иһә байтаҡ яҡташтар “Хәтер шәме” акцияһын ихлас хуплауҙарын белдереп, Ватан аҙатлыгы өсөн ғүмерҙәре менән түләп, сит ерҙәрҙә һуғыш яланларында мәңгелеккә ятып ҡалған һәм туған еренә ҡайтып баҡыйлыҡҡа күскән, был шатлыҡлы көннө беҙҙең менән бергә ҡаршалый алмаған еңеүсе-фронтовиктар хөрмәтенә тәрәҙәләрендә хәтер шәмдәрен кабыҙҙы. Төн ҡараңғылығын еңеп, тиҫтәләгән тәрәҙәләрҙә кескәй яҡты уттар балҡыны, мәңгелеккә күскән йәндәр рухын һөйөндөрөп, рәхмәт хистәрен еткерҙе.
Улай ғына ла түгел, Бөйәк Еңеүҙең 75 йыллығы тантанаһының иң юғары нөктәһе булып, төнгө күктә байрам фейерверклары йөҙләгән яҡты уттар булып ҡабынды. Балҡыштары алыҫтан уҡ күренгән, ветерандар хөрмәтенә бүләк ителгән иң ҙур һәм төрлө төслө сәскә гөлләмәләрен хәтерләткән салют райондың дүрт майҙансығында ойошторолды.
Пандемия менән бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, был көндө һәр ҡайҙа тантаналы байрам рухы хөкөм итте.
Читайте нас: