Коронавирус пандемияһы менән бәйле уңай булмаған шарттарҙа эпидемиологик хәл тормошобоҙҙың бөтә өлкәләренә, шул иҫәптән белем биреү процессына ла, һиҙелерлек ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Ошо уңайҙан «Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәсәй Федерацияһының Мәғәриф министрлығы менән берлектә «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» тип исемләнгән программа эшләне. Уның сиктәрендә 6-сы майҙа партияның район үҙәгендәге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғәиләләрҙә тәрбиәләнгән дистанцион режимда белем алыусы 6 сығарылыш синыф уҡыусыһына йортта белем алыу шарттарын уңайлыраҡ итеү маҡсатында планшет тапшырылды. Был ярҙам сығарылыш синыфларда уҡыусы егеттәр һәм ҡыҙҙар дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына инеп белем һәм һөнәр алып сыҡһын өсөн күрһәтелә.