Саҡмағош Балалар ижад үҙәге коллективы вирус менән көрәшкә үҙ һаллы өлөшөн индерә. Коронавирус пандемияһы һөҙөмтәһендә күп кешеләр ауыр тормош хәлендә ҡалды – ҡайсаҡта хатта иң кәрәкле әйберҙәргә лә аҡса еткерә алмайҙар. Шуға ла Ижад үҙәге педагогтары ике ошондай ауыр хәлдә ҡалған тәрбиәләнеүселәренә ярҙам итәргә булдылар. Улар аҡса йыйып, уҡыу-яҙыу кәрәк-яраҡтары һәм аҙыҡ-түлек йыйылмаларын туплап, был уҡыусыларға тапшырҙылар.
Әммә был ярҙамҙың төп аҫылы – тормошта, донъяла ниндәй генә шарттар булһа ла, беҙ был ваҡыттарҙа тағы ла ҡатмарлыраҡ хәлдә ҡалған кешеләр тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ. Барыбыҙ ҙа беләбеҙ – сит балалар булмай һәм беҙ барыбыҙ ҙа берләшеп, уларға ярҙам итә алабыҙ.