САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Райондаштарға маскалар һәм Георгий таҫмалары таратылды

Еңел булмаган был осорҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлеге “Наша забота” республика проекты сиктәрендә #МаскаВпомощь акцияһын ойоштороп, республика халҡына вирустан һаҡлаусы күп тапҡыр һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған 50 мең масканы бушлай таратыуҙы ойошторҙо.

Билдәле булыуынса, 4 майҙан республикала катғи маска режимы ғәмәлгә индерелде. Юғары әҙерлек һәм үҙ сикләнеү режимы шарттарында был – коронавирус инфекцияһы таралыуҙы тыйыуҙың һөҙөмтәле ыҫулы. Еңел булмаган был осорҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлеге “Наша забота” республика проекты сиктәрендә #МаскаВпомощь акцияһын ойоштороп, республика халҡына вирустан һаҡлаусы күп тапҡыр һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған 50 мең масканы бушлай таратыуҙы ойошторҙо. Улай ғына ла түгел, Бөйөк Еңеү байрамы алдынан маскалар менән бергә халыҡҡа Георгий таҫмалары ла тапшырылды.
Әлеге акция беҙҙең районда бөгөн, 6 майҙа үтте. Муниципаль район хакимиәтенең Йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре – “Беҙ бергә” хәрәкәте волонтерҙары уларҙы райондаштарға таратыуҙы ойошторҙо. Битлектәрҙе һәм Бөйөк Еңеү символы булған Георгий таҫмаларын улар район үҙәгенең аҙыҡ-түлек магазиндары һәм дарыуханалар эргәһендә партия исеменән дә яҡынлашып килеүсе байрам менән ҡотлап тапшырҙы. Райондаштар был көтөлмәгән бүләктәргә һөйөнөүҙәрен белдереп, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Читайте нас: