САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Апрель 2020, 13:50

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып

Үткән шәмбелә беҙҙең районда ла “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт алды.

Үткән шәмбелә беҙҙең районда ла “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт алды. Уның сиктәрендә Икмәк заводы микрорайоны эргәһендәге территорияла 75тән артыҡ төп нарат үҫентеләре ултыртылды. Юғары әҙерлек һәм үҙизоляция режимы ғәмәлдә булған шарттарҙа республика күләмендә иғлан ителгән экология акцияһында район үҙәге халҡы ҡатнаша алманы. Төҙөкләндереү, ағас ултыртыу эштәрен яуаплылығы сикләнгән “Саҡмағош торлаҡ-коммуналь хужалығы” йәмғиәте һәм Саҡмағош ауыл Советы биләмәһе хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре башҡарҙы. Үҫентеләрҙе ултыртыу бөтә санитар кағиҙәләрҙе теүәл үтәп башҡарылды, хеҙмәткәрҙәр барыһы ла маскалар һәм перчаткалар кейеп эшләне.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы район үҙәгендә генә түгел, ауыл биләмәләрендә лә үтте. Йомаш, Рәжәп, Рапат, Тайнаш ауыл Советтарына ҡараған ауылдарҙа ла йәш үҫентеләр ултыртылды. Уларға Иҫке Ҡалмаш, Туҙлыҡыуыш, Үрнәк, Бәшир, Имәнлеҡул ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылды. Район ауылдарында был көндәрҙә ултыртылған йәш үҫентеләр караштарҙы иркәләп, тирә-яҡҡа йәм биреп торорлоҡ ағастар булып үҫеп етәр.
Мәғлүмәт һәм фотолар муниципаль район хәкимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: