САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Апрель 2020, 13:15

Таҙартыу-йыйыштырыу эштәре дауам итә

Яҙғы айҙар – йылды билдәләүсе байтаҡ мөһим эштәр башҡарыла торған осор ҙа ул.

Илдә, республикала һәм районда коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булыуға бәйле үҙизоляция режимы иғлан ителһә лә, тормош туҡталып тормай. Был шарттарҙа ла йәмғиәт тормошо именлеген тәьмин итеүсе хеҙмәттәр эшсәнлеге дауам итә. Яҙғы айҙар – йылды билдәләүсе байтаҡ мөһим эштәр башҡарыла торған осор ҙа ул.
Район биләмәләрендә лә тирә-яҡ мохитте санитар таҙартыу-төҙөкләндереү эштәре бара. Яуаплылығы сикләнгән “Саҡмағош торлаҡ-коммуналь хужалығы” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Иҫке Ҡалмаш ауылының Нефтселәр урамындағы күп фатирлы йорттар тирәһендәге майҙандарҙы таҙартты.
Ҡалмашбаш ауыл Советы биләмәһе һәм ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре Еңеү паркы, яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктың тирә-яҡтарын һәм юл ҡырыйҙарын йыйыштырҙы. Ауыл биләмәһенә ингән Иҫке Биккенә ауылында иһә һәйкәлде ремонтлау эштәре башҡарылды.
Үрнәк ауыл биләмәһенә ҡараған Аблай ауылы мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәре берлектә шәмбе өмәһе үткәреп, сәскәләр ултыртыласаҡ түтәлдәрҙе тәртипкә килтерҙеләр, һуҡмаҡтарҙы һепереп ҡуйҙылар, ҡороған үләндәрҙе тырматтылар. Таҙарып-бөхтәләнеп ҡалған майҙандар ҡарашты иркәләп, тирә-яҡҡа йәм биреп тора.
Читайте нас: