Ил һәм республика күләмендә иғлан ителгән үҙизоляция ваҡытында өлкән йәштәге граждандарға ярҙам итеү өсөн райондың бөтә биләмәләрендә лә волонтерҙар хәрәкәте эшләй. Билдәле булыуынса, яңы төр коронавирус инфекцияһы 65 йәштән өлкәнрәктәр өсөн айырыуса хәүефле, шуға ла уларға йәмәғәт урындарында булыуға айырым сикләүҙәр ғәмәлгә индерелде. Был еңел булмаған ваҡытта “Беҙ бергә” Дөйөм Рәсәй хәрәкәтенә әүҙем ҡушылған беҙҙең район волонтерҙары ла өлкән йәштәге яҡташтарыбыҙға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көндәлек кәрәк-яраҡтар алып, йорттарына килтереп бирәләр. Ошо осорҙа адреслы социаль ярҙам Йомаш ауыл биләмәһенә ҡараған Иҫке Үҙмәш, Яңы Семенкино һәм башҡа ауыл Советтарында ғүмер итеүсе хаҡлы ялдағы райондаштарыбыҙ өсөн ойошторолды.
Саҡмағош ауыл биләмәһе хәкимиәтененең йәштәр эштәре буйынса белгесе Ильвира Шәйнурова – райондың актив волонтерҙарының береһе. Үткән йылдың көҙ айҙарында бөтә ил һанлы форматлы телевизион тапшырыуҙар ҡарауға күскән осорҙа ла уның өлкәндәргә ярҙамы ҙур булды. Уға төбәктең иң актив ирекмәндәре менән бергә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң күләм мәғлүмәт саралары агентлығының Рәхмәт хаты ла тапшырылды. Ильвира Йәүҙәт ҡыҙы был көндәрҙә лә өлкәндәрҙең мөрәжәғәте буйынса ярҙамға ашыға. Район үҙәгенең Трактор урамында йәшәүсе Светлана Нәжип ҡыҙы Зарипова Ильвирага бының өсөн ихлас рәхмәтле.