САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Апрель 2020, 14:20

Райондаштар өсөн файҙалы тәҡдим

Үткән аҙнала муниципаль район хәкимиәтендә сираттағы “Эшкуарлыҡ сәғәте” сараһы үтте.

Үткән аҙнала муниципаль район хәкимиәтендә сираттағы “Эшкуарлыҡ сәғәте” сараһы үтте. Район биләмәһендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүен яйға һалыу һәм үҫтереү, халыҡты үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән продукция менән тәьмин итеү маҡсатын алға ҡуйып, район хәкимиәтенә мөрәжәғәт итеүсе яҡташтарҙың артыуы һөйөндерә.
Сираттағы “Эшҡуарлыҡ сәғәте” барышында ла ошо юсыҡтағы тәҡдим – оҙаҡ йылдар ҡош-ҡорт үҫтереүҙә махсуслашҡан крәстиән-фермер хужалығы етәксеһе булған шәхси эшҡыуарҙың проекты ҡаралды.
Ул “100-ҙе ал – 20-һен ҡайтар” интеграция проектына нигеҙләнеп эшсәнлек алып барырға тәҡдим итте. Уға ярашлы, ул халыҡҡа килешеү нигеҙендә 100 баш бер көнлек ҡош-ҡорт бәпкәһе бүлеп бирә, ә уларҙы алған кешеләр дүрт айҙан был бәпкәләрҙе үҫтереп, 20-һен кире эшҡуарға ҡайтара. 80-не кешеләрҙең үҙҙәренә ҡала. Шул рәүешле бик күп ғәиләләр үҙҙәрен ҡош-ҡорт ите менән тәьмин итә ала.
Муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев эшҡыуарға был яңы төр эшсәнлекте яйға һалырға ярҙам итәсәген белдерҙе. Әлеге тәҡдим бөгөнгө, ил һәм республика ҡатмарлы иҡтисади хәлдә булған ваҡытта, айырыуса мөһим. Был ғәмәл менән етәкселек урта һәм кесе бизнесҡа ярҙам итеп кенә ҡалмай, халыҡ тураһында ла хәҫтәрлек күрә.
Килешеү нигеҙендә бер көнлөк ҡош-ҡортты алып үҫтерергә теләге булған кешеләрҙең (тәүге осорҙа аҙык менән тәьмин итеү тураһында фермерның үҙе менән һөйләшергә кәрәк буласаҡ), Рәсмәкәй ауылы эргәһендә урынлашҡан “Халиуллин” шәхси хужалығы етәксеһенә мөрәжәғәт итеүе һорала.
Читайте нас: