Йомаш ауыл Советы волонтерҙары Дөйөм Рәсәй “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып, үҙ-изоляциялау ваҡытында карантинда булған һәм урамға сығарға мөмкинлеге булмаған өлкәндәргә ярҙам итәләр. Улар Иске Үҙмәш ауылында йәшәүсе Мәкки Яҡупов, Дилара Сәләхетдинова, Яңы Семенкинода ғүмер итеүсе Люсида Яковлеваға аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар һәм дарыуҙар алып, йорттарына килтереп тапшырғандар.