САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Апрель 2020, 14:40

Маскалар һорау менән файҙалана

Яңа коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе айырыуса юғары булған осорҙа кешеләрҙе шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде.

Яңа коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе айырыуса юғары булған осорҙа кешеләрҙе шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, дарыуханәләрҙә тәү сиратта медицина битлектәре иң ҙур һорау менән файҙалана башланы һәм тиҙ арала һатыуҙа бетте. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡала һәм райондарҙа уларҙы урында етештереп һатыу ойошторолдо. Бығаса кейем тегеү-ремонтлау менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бөгөнгө көндә иң ҙур һорау менән файҙаланған ошо шәхси һаҡланыу сараларын да етештерә башланы.
Беҙҙең районда уларҙы бернисә шәхси эшҡыуар күмәртәләп тегә. Саҡмағоштоң үҙәк баҙары эргәһендәге “Пятерочка” сәүҙә үҙәге һәм “Фармленд” дарыуханаһы урынлашҡан биналарҙа шәхси эшҡыуарҙар киже-мамыҡ туҡымаларҙан тегә уларҙы. Шәхси эшҡыуар Фәһимә Саҙриева көнөнә 80-90 ошондай битлек етештерә. “Маскалар ике ҡатлы итеп, бер ҡаты – бязь туҡымаһынан, икенсеһе ситсанан тегелә. Уларҙы заказ буйынса ла, һорап инеүселәр лә ала. Ауыл хужалығы етештереү кооперативтары заказ биреп, күмәртәләп һатып алды”, – ти ул. Инфекциянан һаҡланыу сараларының хаҡы ла ҡулай ғына.
Читайте нас: