САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
17 Декабрь 2019, 17:50

Саҡмағош ауыл биләмәһе – еңеүсе!

12 декабрҙә Саҡмағош район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллығына арнап үткәрелгән халыҡ ижады коллективтары фестиваленең йомғаҡлау концерты үтте.

12 декабрҙә Саҡмағош район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллығына арнап үткәрелгән халыҡ ижады коллективтары фестиваленең йомғаҡлау концерты үтте. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә үткән был Гала-концертты асып сығыш яһаған муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев залдағыларҙы был дәүләт байрамы менән ҡотланы һәм район бәйгеһендә әүҙем ҡатнашҡан үҙешмәкәрҙәргә, ауыл биләмәләре хәкимиәттәре һәм ойошма-предприятиелар етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ижади бәйге йомғаҡтары буйынса еңеүсе тип Саҡмағош ауыл биләмәһе иғлан ителде. Тоҙлыҡыуыш һәм Йомаш ауыл Советтары – икенсе, Имәнлеҡул һәм Рапат ауыл биләмәләре өсөнсө урындарҙы яуланы.
Номинациялар буйынса ла еңеүселәр билдәләнде.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: