САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Сентябрь 2019, 17:42

ТОРЛАҠ ШАРТТАРЫН ЯҠШЫРТЫУ ӨСӨН

Билдәле булыуынса, илдең “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хезмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йәш ғаиләләргә үҙ торлаҡтарын булдырыу өсөн дәүләт ярҙамын күрһәтеү республикала һәм районда уңышлы дауам итә. Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев райондың алты йәш ғаиләһенә торлаҡ һатып алыу йә шәхси йорт төҙөү өсөн социаль түләүгә хоҡуҡ биргән таныҡлыҡ тапшырды.

Көтөп алынған был дәүләт ярҙамы район ерлегендә төпләнеп, ошонда балалар үҫтереүсе Әрҙәшировтар, Вәлиуллина, Ғалимов менән Вәлиуллина, Глухаревтар, Миндияровтар, Федоровтар ғаиләләренә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн мөмкинлек аса. Был йәш ғаиләләрҙең һәр ҡайһында өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнә. Йәш атай-әсәләр райондың төрлө ойшмаларында һәм ауыл хужалығы тармағында эшләй. Улар араһында һауынсы, мал ҡараусы, һатыусылар, кирбес заводы эшсеһе, хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес һәм башҡа һөнәр эйәләре, декрет ялындағы йәш әсә лә бар.

Дөйөм алғанда, был программа илдә һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында демографик хәлде яҡшыртыуға, ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән.

Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Сығанаҡ: муниципаль район хакимияте сайты.
Читайте нас: