9 сентябрҙә, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайланған көндә райондың мәҙәниәт йорттары һәм клубтарында, мәктәптәрҙә “Асыҡ ишектәр көнө” сиктәрендә байтаҡ саралар үткәрелде.
Район үҙәгенең Кооператив урамында урынлашҡан стоматология үзәге бинаһында граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Уны муниципаль район хакимиәтенең архитектура һәм төҙөлөш бүлегенең әйҙәүсе белгесе Ләйсән Шәйҙуллина алып барҙы. Райондаштар уға ер участогын ташламалы шарттарҙа алыу, йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу йәиһә төзөп инеүгә бүленгән субсидия-
лар, торлаҡҡа мохтажлыҡты билдәләү, ғаиләлә беренсе бала тыуғас 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт иттеләр.