САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
28 Июль 2018, 17:27

Тыныслыҡ һәм изге ихтыяр символы

Саҡмағош районы ил, республика һәм хатта халыҡ-ара күләмдәге төрлө сара-акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Июль айында ла районыбыҙ биләмәһендә ҙур сара үтте.

Түбәнге Новгород, Пермь, Силәбе, Ульяновск, Ставрополь, Ижау, Иваново һәм Өфөнән ҡушылған йүгереүселәр менән бергә Саҡмағоштоң спорт һөйөүселәре “Бег мира-2018” Бөтә донъя факел эстафетаһында ҡатнашты.

“Бег мира” — ул халыҡ-ара факел эстафетаһы. Уның дауамында был сарала ҡатнашыусылар йүгереп барған көйгә янып тороусы факелды – изге ихтыяр символын ҡулдан-ҡулға күсерә баралар. 1987 йылда үткәрелә башланған эстафетала ошо йылдар дауамында миллионлаған кеше ҡатнашып өлгөрҙө. 30 йыл эсендә факел тотҡан йүгереүселәр 600000 саҡырым араны үтеп, 155тән ар-

тыҡ илдә булдылар. Рәсәйҙе улар 220000 километр арала иңләне.

Эстафетаның төп ҡатнашыусылары – спортсы энтузиастар булған ирекмәндәр командалары, һөнәри спортсылар һәм был спорт төрөн яратыусылар. Факел эстафетаһы идеяһының авторы – йәмәғәт эшмәкәре, спортсы, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы Шри Чинмой. “Бег мира” эстафетаһы 1991 йылдан башлап Рәсәйҙә лә ойошторола. 2018 йылда ул Рәсәйҙе, Европа, Африка, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Канада, АҠШ, Көньяҡ Корея, Япония, Австралия, Яңы Зеландия, Аргентина һәм Мексика илдәрен дә иңдереп, 100-ҙән артыҡ дәүләт биләмәһе аша

үтә. Эстафета маршрутының дөйөм оҙонлоғо 70 мең километрҙан ашыу, уның 15 мең саҡырымы Рәсәй киңлектәре аша үтә. Тюмень ҡалаһында бирелгән старт Рәсәйҙең ике төп йүнәлешен – Көнбайыш һәм Көнсығыш йүнәлештәрҙе билдәләне. Көнбайыш йүнәлешендә йүгереүселәр 21 сентябрҙә Ставрополь ҡалаһында, ә Көнсығыш йүнәлештәге спортсылар Владивосток ҡалаһында 24 августа финиш һыҙығына етәсәк.

(Дауамын гәзитебеҙҙең биттәренән уҡығыҙ).


Читайте нас: