САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Июль 2018, 14:27

Киң ҡырҙарҙы иңләй «йәшел ураҡ», күп ҡалманы инде урып-йыйыуға ла...

Тоташ Башҡортостандағы кеүек үк, беҙҙең төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ла мал аҙығы хәҙерләү кампанияһы ҡыҙыу темптар менән алып барыла. Бесән менән бер рәттән һыуһыл аҙыҡ та мулдан туплана. Сифатлы мал аҙығы әҙерләү – иң беренсе бурыс. Әлеге кампания – хужалыҡтарҙың техник паркының сыҙамлығын һәм механизаторҙарҙың һөнәри оҫталығын һынай торған осор.

Бик тиҙҙән киң ҡыр-баҫыуҙарҙа йәмле комбайн гөрөлтөһе яңғырай башлар. Ҡыҙыу ураҡ осоро башлануын иҫкәртеп, республикала 24 июлдән 7 августҡа ҡәҙәр биш зонала Баҫыу көндәре үтә. Улар семинар-кәңәшмә форматында үткәрелер, тип көтөлә. Был сараларҙа төбәк Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, хужалык һәм предприятиелар белгестәре лә ҡатнаша. Был зоналарҙың баҫыуҙарында ошо оло сараларға арнап 670 тәжрибә майзансығында яңы сорт культуралар сәселгән ҡырҙарҙы ҡарап, кәңәшмәләрҙә ҡатнашыусылар уларҙың характеристикалары менән таныша-саҡ.
Читайте нас: