САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Июнь 2018, 13:08

Июнь – Һабантуйҙар айы

Ауыл эшсәндәрен данлаған был байрам районда быйыл айырыуса киң колас менән үткәрелде.

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, районыбыҙҙа йыл һайын һәм киң ҡолас менән халҡыбыҙҙың яратҡан байрамы – Һабантуй үткәрелә. Быйыл да 10 июнь көндө Кәшәк ауылы эргәһендәге йәшел туғайҙа бик тә йәмле һәм күркәм итеп ойошторолдо ул.

Байрам райондың үҙешсән артистарының концерт номерҙары, Балалар-үҫмерҙәр спорт

мәктәбенең тхэквондо бүлеге, ушу көрәше буйынса “Легион” спорт клубы тәрбиәләнеүселәренең сығышы менән башланды.

Рәсми тантананы муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев асты . Ул үз сығышында 2017 йылда ла райондың Башҡортостандың алдынғы төбәктәре исемлегендә үҙ урынын һаҡлап ҡалыуы һәм бөртөклө, бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар уңышың йыйып алыу һәм һөт етештереү буйынса лидерҙар араһында, ә һәр гектарҙан һуҡтырып алынған уртаса уңыш күрһәткесе буйынса республикала беренсе урында булуын билдәләне. Реканс Фәнил улы республика етәкселегенең ярҙамы һөҙөмтәһендә

эшсәнлектә уңай күрһәткестәргә ирешеүебеҙ, агымдағы йыл башынан субсидиялар

рәүешендә 97 млн. һумдан артығыраҡ аҡса бүленеүе тураһында ла һөйләне. Муниципаль

район хакимиәте башлығы шулай уҡ 2018 йылдың Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан

ителеүе һәм уның сиктәрендә Атайҙар конференцияһы, “Әсәләр-ҡыҙҙар” конкурсы, “Игеҙәктәр-биҙәктәр” байрамы, ғаилә ялдары үтеүе тураһында әйтеп үтте. Реканс Фәнил улы шулай уҡ Һабантуй майҙанына йыйылыусыларҙы Рәсәй көнө менән ҡотланы һәм сығышы ахырында бөтәһенә лә изге теләкләр еткерҙе.

Артабан район хакимиәте башлығы агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләне һәм яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаны. Башҡарылған эш һөҙөмтәләре буйынса “Базы” кооперативы еңеүсе тип иғлан ителде, хужалыҡ 1 дәрәжә Диплом һәм 50 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Икенсе урынға сыҡҡан “Герой” кооператив-колхозына 2 дәрәжә Диплом һәм 40 мең һум аҡса тапшырылды. Өсөнсө урынды алған “Победа” кооператив-колхозы 3 дәрәжә Диплом һәм 30 мең һум премия эйәһе булды.

Тантанала шулай уҡ ауыл биләмәләре араһында төҙөкләндереү, санитар таҙартыу һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса башҡарылған сараларға йомғаҡ яһалды. Был йәһәттән район конкурсы еңеүсеһе тип Рәжәп ауыл Советы ауыл биләмәһе иғлан ителде. Уңа еңеүсе Дипломы һәм “Лада-Приора” автомобиле бүләк ителде.

Артабан һүҙ Һабантуйҙың мәртәбәле ҡунаҡтары – муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса идаралыҡ начальнигы Г.Я.Букреев, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары П.А.Иофинов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты

В.В.Соколов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Н.Й.Баһауетдиновтың урынбаҫары Ф.З.Хәмидуллин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Н.Р.Янбухтин сығыш яһап, саҡмағоштарға тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы.

Үткән йыл еңеүселәре – “Базы ауыл хуҗалыгы кооперативы” йәмғиәте һәм Йомаш ауыл биләмәһе вәкилдәре “Һабантуй-2018” әләмен күтәргәнән һуң майҙанға йыйылыусылар район хужалыҡтары, ойошмалары һәм учреждениелары парадын ҡараны.

Байрамдың тантаналы өлөшө тамамланғандан һуң ауыл хужалығы кооперативтары бригадирҙары, машина менән һыйыр һауыу операторҙары, механизаторҙар, ат туғарып егеү оҫталары конкурстары, ат сабыштары, спорт ярыштары һәм халыҡ уйындары башланды. Барлыҡ төр ярыштар һәм конкурстар һөҙөмтәләре буйынса “Һабантуй-2018” халыҡ байрамы чемпионы тип “Базы ауыл хужалығы кооперативы” йәмғиәте иғлан ителде.

Байрамға килгән халыҡты бай йөкмәткеле концерт программаһы менән артистар Артур

Туҡтағолов, Рөстәм һәм Ләйлә Ғәлиевтар ҡотланы.
Читайте нас: