САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Май 2018, 14:21

Үлемһеҙ полк — хәтер сағында

«Үлемһеҙ полк» акцияһы – 9 май байрамының һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән күркәм традицияларының береһе.

Халыҡ һуғышта ҡатнашҡан, яу ҡырында ятып ҡалған туғандарының иҫтәлекле фотоһүрәттәре менән урамға сыға.

Быуындарҙы берләштергән, олатай-өләсәйҙәр ҡаһарманлығына дан йырлаған, йәштәр күңелендә улар менән ғорурланыу, Ватаныбыҙҙың данлы тарихына хөрмәт уятҡан был ҡабатланмаҫ,

донъяла бер булған акцияға ҡушылыусылар сафтары йылдан-йыл ишәйә. Республикала, район-ҡалаларҙа меңләгән кешеләр был көндө яугирҙәрҙең һәм тыл ветерандарының фотоларын күтә-

реп, улар менән бер сафта атлай, тыныс зәңгәр күк, илбаҫарҙарҙан азат тыуған Ватанда йәшәүҙәре өсөн рәхмәт хистәрен белдерә.

Көнбайыш сәйәсәтселәре нисек кенә тырышмаһын, халыҡ хәтереннән был ғорурлыҡ һәм берҙәмлек хистәрен юйып ташлай алмаҫ.

Һәр яҙҙа, 9 майҙа,тарихты күсереп яҙырға теләүселәрҙең күңелдәренә ут һалып, ҡаһармандар йылдар аша ла тигеҙ сафтарҙа барыр...
Читайте нас: