САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Май 2018, 16:24

Кушнаренко таңдары

Район үҙәгенең мәҙәниәтспорт комплексында иртәнән кеше ҡайнап торҙо. Яҡташтарыбыҙ 33 район һәм бер нисә ҡаланан «Кушнаренко тандары» республика фольклор ижады фестиваленә килгәндәрҙе ҡаршы алды. Быйыл ул 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына бағышланды.

Кушнаренко ерендә утыҙға яҡын милләт – татар, рус, башҡорт, удмурт һәм башҡа халыҡ вәкилдәре татыу һәм килешеп йәшәй. Заман мәҙәниәтендә фольклор традицияларының роле һәм әһәмиәтен күтәреү, халыҡ жанрында ижад итеүсе оҫталарҙың мираҫын һаҡлау, коллективтарҙың ижади активлығын күтәреү, яңы коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы асыу – сараның маҡсаты ине.

Бындай байрамдар йәш быуында милли мәҙәниәткә, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәренә, туған телгә ҡарата мөхәббәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Коллектив һәм айырым башҡарыусылар араһындағы ижади элемтәне нығыта. «Кушнаренко тандары»ның үҙ традициялары һәм тамашасыһы бар ҙа инде. Ғәҙәттә, бында республиканың иң актив коллективтары килә.

Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу үтә файҙалы камиллыҡҡа этәрә.

Милли сағыу кейемдәрҙәге һәүәҫкәрҙәрҙең кәйефе күтәренке ине. Бер-береһе менән аралашыу ҙур ҡәнәғәтлек килтерҙе. Ҡайһы берәүҙәре фестивалдә бер нисә тапҡыр ҡатнашып, танышырға һәм дуҫлашырға ла өлгөрҙө.

Йәрәбә һалыуҙан һуң сығыштарҙың тәртибе һәм жюри ағзаларының исемдәре билдәләнде. Быйылғы жюри составы филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшлеклеһе Розалия Солтангәрәева, тарих фәндәре кандидаты Игорь Петров, Башҡорт дәүләт университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Таусень» рус халыҡ фольклор ансамбленең сәнғәт етәксеһе Елена

Евдокимова, мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгенең мари фольклор-этнографик ансамбле һәм «Ағиҙел» башҡорт хоры етәксеһе Лира Фәтихова, үҙәктең халыҡ ижады бүлеге начальнигы, жюриҙың яуаплы секретары Эльвира Әхмәтйәнованан торҙо.

Конкурста ҡатнашыусылар теге йәки был халыҡтың көнкүрешен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен кәүҙәләндергән кескәй спектакль-тамаша күрһәтте. Биҙәлгән сәхнә, эстәлекле текстар, иҫтә ҡалырлыҡ көйҙәр береһен-береһе алыштырып торҙо. Тик бер нәмә – байрам дәрте, ярыш хисе,сәхнә оҫталығы һәм бәйгеселәрҙең таланты үҙгәрешһеҙ ҡалды. Был көндө һәммәһе ысын халыҡ сәнғәте менән осрашып, ләззәт алды.

«Һандуғас» татар фольклор коллективы ( етәксеһе Лена Вәлиева) йомғаҡлау концертын асып ебәрҙе. Улар «Өй һылау» тамашаһын тәҡдим итте. Элекке заманда хужабикә бындай яуаплы

эште башҡарғанда барлыҡ әхирәттәрен саҡырыр булған. Шаян ҡыҙҙар һәм ҡатындар эш барышында йырларға, уйнап күнел асырға, ярышырға ла өлгөргән.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барлыҡ борсолоуҙары, ниһайәт, артта ҡалды.

Уларҙың тырыш хеҙмәте, ижади ҡарашы матур һөҙөмтәләр алып килде. Үткән йыл менән сағыштырғанда коллективтар сығышы үҫешкән, тип билдәләйһе килә. Быны жюри ағзалары ла баһаланы.

Борай районының «Ҡайтауаз» фольклор коллективы фестивалдең төп бүләгенә лайыҡ булды. «Ғөрөф-ғәҙәттәр» номинацияһында беренсе урынды «Замана» халыҡ эстрада- фольклор кол-

лективы (Әлшәй) һәм «Шевле» сыуаш халыҡ фольклор ансамбле (Ҡырмыҫҡалы) бүлеште. «Күсемлелек» номинацияһында «Петровчане» фольклор ансамбленә (Ишембай районы) тиңдәр

булманы, «Яңырыш» һәм «Ғаилә ансамбле» номинацияларында «Нәүрүз» татар халыҡ ансамбле (Тәтешле) һәм «Калинушка» ғаилә ансамбле (Бөрө ҡалаһы) башҡаларҙан айырылып торҙо.

Беҙҙең коллективтар – «Соловушки» рус халыҡ йыры ансамбле һәм «Турғай» фольклор коллективы «Халыҡ ауыҙ ижадына тоғролоҡ өсөн» номинацияһында билдәләнделәр.

Сара маҡсатына иреште. Фестивалдән ҡәнәғәт ҡалған тамашасы һәм ҡатнашыусылар рәхмәттәрен белдереп таралышты. Хуш, «Кушнаренко таңдары», ошо тупраҡта 2020 йылда осрашҡанға ҡәҙәр.


КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ
Читайте нас: