САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Май 2018, 16:11

Эштәрҙең ҡыҙған мәле

Матвеев ауыл биләмәһендәге «Прибельский» йәмғиәте баҫыуҙарында төрлө агротеник саралар үткәреүҙә һәр көндө дүрт-биш агрегат эшләй.

Механизаторҙар Александр Якимов, Вадим Ҡунафин, Андрей Каширин һәм Александр Ляпустин 400

гектарҙан артыҡ майҙанда баҫыуҙарҙы тырмаланы.

А.Каширин «Т-150К» тракторында, А.Ляпустин «Беларус»та тупраҡты сәсеү алдынан культивациялау эшендә өлгөрлөк күрһәтә.

Бөртөклөләрҙе сәсеү тәжрибәле механизатор А.Якимовҡа ышанып тапшырылған. Ул йөҙ гектарҙа һоло сәскән. Сәсеүлектәрҙе тығыҙландырыуҙа Вадим Ҡунафин эшләй. Вадим Якимов «МАЗ» автомобилендә орлоҡто ваҡытында килтереп еткерә. Сәсеүселәр АлександрЛяпустин, НиколайЧиглинцев һәм Леонид Чистяков эштең сифатына айырыуса иғтибар йүнәлтә.

Хужалыҡта төрлө майҙанда һабан бойҙайы, ҡарабойҙай, көнбағыш, бер йыллыҡ үләндәр сәсеү ҡаралған. Әле көнбағыш сәсә башлағандар. Был техник культура 80 гектарда урынлаштырыласаҡ. Элекке йылдарҙағыса, был эш Андрей Каширинға йөкмәтелгән.

Яҙғы сәсеүҙә ҡатнашыусылар өсөн ике тапҡырҡайнар туҡланыу ойошторолған.

Механизаторҙар ашнаҡсы Валентина Федорованың эшенән ҡәнәғәт.
КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ
Читайте нас: