САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Май 2018, 14:01

Барлыҡ акцияларҙа берҙәм ҡатнаштыҡ

Быйылғы май айы төрлө йүнәлештәге һәм тематикалағы акцияларға айырыуса бай булды.

Район үҙәге һәм ауыл биләмәләрендә уларға берҙәм ҡушылдылар.

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Саҡмағошта “Еңеүгә бер аҙым” тип исемләнгән скандинавса йөрөш буйынса сара үтте. Тәүҙә район үҙәкләштерелгән китапханаһы хеҙмәткәрҙәре был йөрөштөң фай-

ҙаһы тураһында һөйләне. Артабан был акцияла ҡатнашыусылар үҙәк урамдарҙан Еңеү паркына ҡәҙәр һәм яңынан китапхана алдына колонна менән үтте. Еңеү паркында волонтерҙар Мәңгелек ут алдына сәскәләр һалды. Акцияға скандинав йөрөшө техникаһына эйә булған бер нисә

тиҫтә кеше ҡатнашты.

Граждандарҙа шәхси автотранспорт урынына башҡа төр альтернатив хәрәкәтләнеү сараларын йышыраҡ ҡулланыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау һәм экология темаһына иғтибарҙы

арттырыу маҡсатында 18 майҙа үткәрелгән “Эшкә — велосипедта” дөйөм Рәсәй акцияһына Саҡмағош районы ла әүҙем ҡушылды. Унда райондың 10дан артык ойошмаһы – муниципаль район хакимиәте, китапхана, Йәштәр үҙәге, мәҙәниәт бүлеге, Балалар сәнғәт мәктәбе, Рапат, Имәнлеҡул, Бәшир, Саҡмағош, Яңы Ҡото, Үрнәк, Ҡалмашбаш ауыл Советтары вәкилдәре,

дөйөм алғанда биш тиҫтәнән артыҡ кеше ҡатнашты.

Велосипедты автомобиль уңайлығынан өҫтөн ҡуйыусылар бындай акциялар уңай заряд алыу, стрестарҙан ҡотолоу һәм сәләмәт булыу өсөн бындай акциялар үткәреү бынамын тигән ысул,

тип биләдәләне. Саҡмағоштар тирә-яҡтағыларға велосипедтың экологик яҡтан таҙа булған хәрәкәт итеү сараһы булыуын үз мисалдарында дәлилләне.

Шулай уҡ “Ағас ултырт” менән “Рәсәй һыуы” Рәсәй күләмендә ойошторолған экология акциялары да саҡмағоштар араһында хуплау тапты.

Уның тәүгеһе барышында, мәҫәлән, Ҡалмашбаш ауыл Советында ғына ла мәктәп уҡыусылары бер мең төп нарат ултыртты. Үрнәк ауыл биләмәһендә лә был көндө эштәр ҡайнап торҙо – “Баҙы” ауыл хужалығы йәмғиәте генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты В.В.Соколовтың матди ярҙамы менән питомниктан үҫентеләр ҡайтартылып, социаль объекттар биналары ҡаршыһында ултыртылды. Бындай саралар райондың бөтә ауыл Советтарында ла үтте.

Рапат ауылының үҙәгенә иһә зәңгәрһыу шыршы үҫентеләре ултыртылды. “Базы” хужалығы эшселәре иһә гараж эргәһендә 300 төп шыршыны ултыртты. Оҙаҡ та үтмәҫ, йәш үҫентеләр күҙҙәрҙе иркәләп, һауаны сафландырып, күкрәп үҫер.

“Рәсәй һыуы” илкүләм акцияһы барышында йылғалар һәм быуа-инештәр ярҙары сүп-сарҙан, пластик ҡалдыҡтарынан таҙартылды, шишмә буйҙары таҙартылып, төҙөкләндерелде. Уларҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа берҙәм булып ҡатнашты. Акциялар менән бер ҡатарҙан экологик

өмәләр дә даими үткәрелеп торҙо, район биләмәһе күҙгә күренеп тазарып, күркәмләнеп ҡалды.

Йәштәр араһында ВИЧ-инфекцияны киҫәтеү һәм уны йоҡтырыуға ҡаршы тороу өсөн буйынса һөҙөмтәле практикалар һәм ысулдарҙы аңлатыу маҡсатында “СТОП ВИЧ/СПИД” акцияһы үткәрелде.

Ҡаратал ауылында бындай инфекция йөрөтөүселәргә ярҙам-теләктәшлек белдереү һәм бындай бәлә бер кемде лә урап үтмәҫкә мөмкинлеген йәнә бер тапҡыр иҫләп, флешмоб ойошторолдо. ВИЧ/СПИД – үлем ҡарары булырға тейеш түгел һәм бындай хәүефле сирҙе йокторған кешеләр ҙә әүҙем ижади, һөнәри эшсәнлек алып бара ала. Акцияла ҡатнашыусыларға ҡыҙыл ленталар – СПИДка ҡаршы көрәш һәм теләктәшлек символы таратылды.

Бына шулай, саҡмағоштар ҙа илдә, республикала барған ижтимағи әһәмиәтле ваҡиғаларҙарҙан ситтә ҡалмай, актив гражданлыҡ позицияһында булыуҙарын исбатлай.


Саҡмағош районы
Читайте нас: