САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Апрель 2018, 14:22

Зона ярыштарында еңеү яуланылар

БР Эске эштәр министрлығы полиция хеҙмәткәрҙәренең физик һәм хәрби әҙерлегенә даими иғтибар биреп, төрлө зона һәм республика ярыштарын уҙҙырып тора.

Уларҙа беҙҙең район эске эштәр бүлеге спортсылары уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән,

ағымдағы йылда Бөрө ҡалаһында төнъяҡ-көнбайыш райондарҙы үҙ эсенә алған зона ярышында ҡул

һуғышы буйынса дүрт хеҙмәткәрҙе – ваҡытлыса тотоу изоляторы начальнигы, полиция капитаны

Рәсүл Шафиҡовты, ЮХ Х ДИның юл-патруль хеҙмәте инспекторы, полиция лейтенанты Роберт

Закировты, хеҙмәтләндереү төркөмө водителе, полиция сержанты Альберт Сәлимгәрәевты,

ғәйепләнеүселәрҙе һәм ғәйеплеләрҙе ваҡытлыса тотоу изоляторы режимының һаҡлау һәм конвой

төркөмө кинологы, полиция стажеры Денис Шакировты берләштергән команда 12 район араһында II урын яуланы. Шәхси беренселек өсөн ярышта 90 килограмдан юғары ауырлыҡта Роберт Закиров – беренсе, Денис Шакиров – икенсе, 90 кг ҡәҙәр ауырлыҡта Рәсүл Шафиҡов – икенсе, 85 кг ҡәҙәр ауырлыҡта Альберт Сәлимгәрәев өсөнсө урын яуланы.Еңеүселәр Дипломдар менән бүләкләнде.
(ИЛЕШ РАЙОНЫ)
Читайте нас: