САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Апрель 2018, 14:28

Агрономдар кәңәшләште

Быйылғы яҙғы ҡыр эштәрен үткәреү буйынса агрономдар конференцияһы үтте.

Уның эшендә республика ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, муниципаль район хакимиәте башлығы һәм уның урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары, ведомстволы ойошмалар етәкселәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре алдында быйыл 47300 гектарҙа һабан ашлығы сәсеү үткәреү бурысы тора.

Б ө р тө к л ө - ҡ у ҙаҡлылар майҙанын киңәйтеү ҡарала. Техник һәм майлы культуралар 7300 гектарҙа, шул иҫәптән шәкәр сөгөлдөрө

– 700, көнбағыш – 3000, киндер – 600, горчица – 1200, рапс һәм ужым рыжигы –900әр гектарҙа игеләсәк.

Мал аҙығы культуралары 11600 гектарҙа, шул иҫәптән бер йыллыҡ үләндәр – 3000, силос культуралары – 1300, күп йыллыҡ үләндәр 6800 гектарҙа урынаштырыласаҡ.

Район хужалыҡтары мал аҙығы етештереү өсөн һөрөнтө ерҙәрҙең 18 процентын файҙалана. Үткән йыл

шартлы бер баш малға иҫәпләгәндә уртаса 29,7 центнер тупаҫ һәм һыуһыл аҙыҡ ә ҙ е р л ә н г ә й н е . Б ы й ы л был күрһәткесте, бөртөк фуражын иҫәпләмәйенсә, кәмендә 30 центнерға еткереү бурысы ҡуйыла.

Белгестәр иҫәпләүенсә, ужым һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу өсөн 400 тонна азотлы ашлама талап ителә. 6 апрелгә 300 тонна минераль ашлама ҡайтарылған. Был үткән йылдың ошо уҡ осоро дәрәжәһенең яртыһы ғына.

Хужалыҡ етәкселәренә ашлама туплау буйынса эште активлаштырырға кәрәк.

Районда 7616 тонна орлоҡ запасы бар. Апрель башына ул кондицияға һәм сәсеү стандартына ярашлы хәлгә килтерелгән. Уның 6466 тоннаһы – беренсе-дүртенсе репродукциялы, 1150 тоннаһы йәки 15 проценты – элита һәм суперэлита орлоҡ.

Яҙғы сәсеүгә төшкәнсе ун тонна кукуруз орлоғо, 230 тонна төрлө культураларҙың элита орлоғон һатып алырға кәрәк.

Көҙҙән 28 мең гектарҙа тупраҡ туңға эшкәртелде.

Апрель-майҙа 9 мең гектарҙа яҙғы эшкәртеү планлаштырыла. 11 мең гектарҙа культуралар ҡамылдан

һуң сәселәсәк.

Кәңәшмәнең пленар өлөшө муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында үтте. Унда яҙғы ҡыр

эштәрен үткәреү стратегияһы һәм тактикаһы тикшерелде.

Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәгенең агрономия бүлеге начальнигы Зинфир Әйүпов – бөртөклө һәм майл ы к у л ьт у р а л а р и ге ү , ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Галина Ғарипова

республиканың көньяҡ урман-дала төбәгендә ауыл хужалығы культураларын ауырыуҙарҙан һәм ҡорот-

ҡостарҙан һаҡлау тураһында тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева яҙғы ҡыр эштәре осорона бурыстарға туҡталды һәм конференцияла ҡатнашыусыларҙы ауыл эшсәндәренә дәүләт ярҙамы саралары менән

таныштырҙы.

–Яҙғы баҫыуға ныҡлы әҙерлектә һәм ваҡытында сығыу – игенселәр алдында торған иң мөһим бурыс. Ҡыр эштәре осоронда хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек сараларына айырыуса иғтибар бирелһен, – тине ул.

Гостехнадзорҙың Кушнаренко районы буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы Илфир Исхаҡов ауыл хужалығы машиналарына техник ҡарау үткәреү мәсьәләһенә туҡталды. Уның әйтеүенә ҡарағанда, быйыл тракторҙарҙы техник ҡарауға әҙерләү һүлпән бара.

Кәңәшмәнең практик өлөшөндә ҡатнашыусылар ауыл хужалығы предприятиеларында булдылар.

«Башагро-Инвест» йәмғиәтенең Кушнаренко бүлексәһендә, «Роса» һәм « Д о б р ы й х л е б » й ә м -

ғиәттәрендә, шәхси эшҡыуар Э.Ғилманованың крәҫтиәнфермер хужалығында ашлыҡ келәттәрен ҡаранылар, техниканы яҙғы ҡыр эштәренә әҙерләү барышы менән таныштылар. Был хужалыҡтар етәкселәре ирешкән ҡаҙаныштары, алда торған бурыстар тураһында һөйләнеләр.

Орлоҡ, ашлама һәм үҫемлектәрҙе яҡлау саралары етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнеүсе фирмалар вәкилдәре хужалыҡтарҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырҙылар.

Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Нурғәлиев игенселәргә

был яуаплы осорҙы юғары Дәрәжәлә үткәреүҙе, яҙғы ҡыр эштәренең бөтөн комплексын яҡшы йоштороуҙы теләне.
(КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ)
Читайте нас: