Яңы йыл байрамында район үҙәгендә традицион тройкалар парады үтте. Район халҡы был сараны йыл һайын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Байрамса биҙәлгән тройкалар тәүҙә район мәҙәниәт йорто эргәһендә йыйылды, унан дуғаларға тағылған ҡыңғырауҙарҙы сыңлатып һәм дәртле гармун моңдарын яңғыратып, Саҡмағош урамдарын йәмләп үттеләр. Ғәҙәттәгесә, тройкалар парады тамамланғас, уларҙың иң яҡшылары билдәләнә. Быйылғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң матуры тип “Победа” хужалығының тройкаһы танылды. Икенсе урынға “Заря” хужалығы аттары, өсөнсөгә “Октябрь” кооперативыныҡы сыҡты.
Артабан конкурстар дауам итте. Ҡыш бабайҙар араһында үткән бәйгелә Үрнәктән килгән Ҡыш Бабай еңеүсе булды, Туҙлыҡыуыш ауыл Советының Ҡарайерек ауылы Ҡыш Бабайы – икенсе, Ҡалмашбаш ауыл биләмәһенеке өсөнсө урын эйәһе булды. Ҡарһылыуҙар бәйгеһендә Туҙлыҡыуш ауыл Советының Ҡарайерек ауылынан килгән һылыуҡай – иң яҡшыһы, икенсе урынды – Бәшир ауыл Советынан килгәне, өсөнсө урынды Рапат ауыл Советынан килгәне яуланы. Яңы йылдар араһында иң яҡшылары тип Туҙлыҡыуыш ауыл биләмәһенән килгәндәре танылды: Туҙлыҡыуыштыҡы – беренсе, Ҡарайеректеке – икенсе, Саҡмағош ауыл Советыныҡы өсөнсө урынға сыҡты. Ат йөрөтөүсе кучерҙар араһында “Заря” хужалығы кучеры еңеүсе тип билдәләнеп, “Победа” менән “Алға” кооперативтарыныҡы икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Яңы йыл алдыннан район хакимиәте шулай уҡ ауыл биләмәләре һәм район үҙәгендә эшсәнлек алып барған ойошма-предприятиелар араһында иң матур биҙәлгән боҙ ҡаласығына конкурс иғлан иткәйне. Шуға ла быйыл Саҡмағош айырыуса йәмле булды, байрамса биҙәлде. Район үҙәгендәге ойошмалар араһында иң матур боҙ ҡаласығы “Газпром газо-распределение Уфа” йәмғиәтенең райондағы филиалы ҡаршыһында ҡалҡып сыҡты. Саҡмағош ветеринария станцияһы эргәһендәге ҡаласыҡ – икенсе, һыу менән тәьмин итеү муниципаль унитар предприятиеһының боҙ ҡаласығы өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Ауыл биләмәләре араһындағы конкурс еңеүсеһе тип Яңы Балтас ауыл Советының үҙәгендә ҡоролған ҡаласыҡ иғлан ителде. Саҡмағоштағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ихатаһындағы балалар өсөн тәғәйенләнгән ҡаласыҡ – икенсе, Иҫке Бәширҙә урынлаштырылғаны өсөнсө урынға сыҡты.
Шулай уҡ үҙәк боҙ ҡаласығының төп үҙ урынында – почтамт алдындағы майҙанҙа ҡоролоуы ла райондаштар өсөн ҙур шатлыҡ булды. Быға ҡәҙәр бер нисә йыл дауамында ул үҙәктән ситтә урынлаштырыла ине. Был боҙ ҡаласығы байрам алдынан һәм унан һуңғы ял көндәрендә “ҡайнап”-гөрләп торҙо. 25 декабрҙә уны тантаналы шарттарҙа асып ебәреү сара-һынан һуң уҡ көн һайын бында күмәк халыҡ ҡатнашлығында төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үтте. Тәүҙә халыҡ район үҙәге мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре коллективтары әҙерләгән концерт-тамашаларҙы ҡарарға йыйылһа, артабан майҙандағы сәхнә түрен ауыл биләмәләре үҙешсәндәре биләп, байрам кәйефе һәм күңелле кистәр бүләк иттеләр, йырмоңдары, ҡыҙыҡлы күмәк уйындары менән күңелдәрен астылар. Тамашаларҙың һәр ҡайһының көтөп алынған ҡунаҡтары – Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу майҙанға йыйылыусыларҙы татлы тәмлекәстәр ме-нән һыйланылар, олоһокесеһе менән бергәләп бейенеләр-йырланылар. Балалар уларға шиғырҙар һөй-ләп, бүләктәр алды. Бындай күңелле байрам ойошторғандары өсөн район халҡы муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеевҡа һәм уның урынбаҫарҙарына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бик күп рәхмәттәр еткерҙе.