10 ноябрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте.
Республика аграрийҙарын Башҡортстан Республикаһы башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов тәбрикләп, механизаторҙар араһындағы конкурс еңеүселәренә автомобиль асҡыстарын һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәт-кестәргә ирешкән өсөн республиканың биш районы башлыҡтарына төбәк Хөкүмәте дипломдарын тапшырҙы. Еңеүсе райондар араһында беҙҙең Саҡмағош муни-ципаль районы ла булыу һөйөнөслө.
Был көндө Конгресс-холл фойеһында ресублика агросәнәғәт комплексының әй-ҙәүсе предприятиелары, кооперативтары һәм фермер хужалыҡтары етештергән продукция күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Улар араһында булған “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Край курая” һәм “Честное коровье” бренды менән етештерелгән һөт продукттарын да яратып алдылар.