САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Ноябрь 2017, 11:49

Муллыҡ байрамы

Әхмәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Илһөйәр Саттарова һәм Рүзидә Әхмәтйәнова һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙәләр. Улар ауылдың яңы тарихында беренсегә көҙгө йәрминкә ойошторҙолар.

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ


Әхмәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Илһөйәр Саттарова һәм Рүзидә Әхмәтйәнова һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙәләр. Улар ауылдың яңы тарихында беренсегә көҙгө йәрминкә ойошторҙолар.

Һалҡынса һәм ямғырлы көн булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы был сараны иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Күптәрҙе “Ауыл йәрминкәһе ниндәй була ул?” тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы.

Йәминкә тәмле, экологик саф продукция менән шатландырҙы. Ә өҫтәлдәрҙә ниндәй генә ниғмәт юҡ?! Һөт, ҡаймаҡ, эремсек, бал һәм умартасылыҡ продукцияһы, балыҡ, ит халыҡты арзан хаҡтар менән йәлеп итте. Һайланған эре йоморт-ҡаларҙы бик тиҙ алып бөттөләр. Өҫтәлдәрҙә Әхмәт еренең бөтә байлығы урын алды: еләк-емеш,йәшелсә, төрлө тәмләткестәр. Күрше Бөрө районынан килтерелгән ағас үҫентеләренә лә шаҡтай сират теҙелде, Татарстанда етештерелгән быймаларҙы ла халыҡ ситләп үтмәне.

Һатыусылар һәм һатып алыусылар ҡәнәғәт ҡалды:

–Хужалыҡтағы артыҡ йәшелсәләрҙе һаттыҡ. Витаминдар бер кемгә лә зыян итмәй бит, ғаилә бюджетына ла ярайһы ғына ярҙам булды, – тип фекерҙәре менән бүлеште Тәғзимә Әфләтүнова.

Ауыл ҡунаҡтары өсөн йәрминкә ысын муллыҡ байрамына әйләнде.

—Форсаттан файҙаланып, тәбиғи продукттарҙан аш әҙерләү өсөн һәм ит, йәшелсә запасы тупларға кәрәк, – ти ауыл ҡунағы Михаил да.

Ит һатып алырға теләүселәргә ҡаҙ, өйрәк түшкәләре, һыйыр һәм һарыҡ ите тәҡдим ителде.

– Йәрминкә булаһын белгәс, һөйөндөм. Тиҙҙән ғүмеремдең туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлайым, шуға ла район үҙәгенә йөрөй алмайым. Тик йәрминкәне үҙ күҙҙәрем менән күргем килә ине. Үҙем дә һатырға йомортҡалар алып сыҡтым, күҙ асып йомғансы алып бөттөләр. Йәрминкә ҙур, бай, – тип тәъҫораттары менән уртаҡлашты Рәзимә Мостафина.

–Сифатлы аҙыҡ-түлек һатҡаныбыҙҙы яҡшы беләбеҙ.

Уларҙа бер ниндәй ҙә химия юҡ, – тип һүҙгә ҡушылды Роза Назарова.

Ауылдың оҫта ҡуллы хужабикәләре ҡыш алдынан үҙҙәре бәйләгән башлыҡ, ойоҡбаш, башмаҡ, шарф, перчаткаларҙы ла һатыуға сығарҙы.

–Ҡуйылған маҡсатҡа – ауыл халҡына етештергән продукцияһын һатырға ярҙам итеүгә ирештек. Ауылдаштарыбыҙға һәм шәхси эшҡыуарҙарға башланғысты ҡеүәтләп алғандары өсөн рәхмәт бел-

дерәбеҙ. Һатып алыусыларыбыҙға ла рәхмәт, – ти сараны ойоштороусылар.

–Беҙҙең ауыл биләмәһендә бындай сара беренсегә генә үтте. Шуға күрә башта: “Ойоштороп булырмы? Халыҡ ҡатнашырмы?”— тигән һорауҙар борсоно. Үҙ тауарҙарын һатыусыларҙыңшаҡтай булыуы һөйөндөрҙө. Улар араһынан Тәғзимә Әфләтүнова, Рәзимә Мостафина, Роза һәм Рәиф Назаровтар, Зөһрә һәм Рәсим Садиҡовтар, Раушан Хәйретдинов, Айрат Әхмәтйәнов, Регина Сафина, Алина Хәмәтйәнова, Гөлсәсәк Кашапованы айырып билдәләп үткем килә. Йәрминкәне ойоштороусыларға ла рәхмәт, – тине ауыл биләмәһе башлығы Зилә Ялаева.

Йәрминкәнән халыҡ өҙөлмәне. Әхмәт ауылы мәҙәниәт йорто артистары сығышы был сараға иң яҡшы реклама булды. Шәрифйән Мөхәмәҙиев, Рида Ғәлиева, Роза Назарова, Әлфин Әхмәҙуллин, Алһыу Мөхәмәҙиева, Ынйы Ғәлиева, Илина Турийәнова, Зәмбилә Фәхретдинованың сығыштары һатыусыларҙы ла, һатып алыусыларҙы ла дәртләндереп торҙо. Муллыҡ байрамында һәммәһенең йөҙөнән йылмайыу төшмәне.
Читайте нас: