САРМАНАЙ
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
образование
5 Сентябрь 2022, 12:10

Тарихты яҡшы белеү мөһим

3 сентябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә “Тарихи хәтер” проекты сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған Халыҡ-ара тарихи диктант акцияһы үтте.

Тарихты яҡшы белеү мөһим
Тарихты яҡшы белеү мөһим

2019 йылдан башлап быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелгән әлеге акция илебеҙҙең данлы тарихи үткәндәрен яңыртып, үҙ белемдәребеҙҙе һынап ҡарарға һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихын тәрәнрәк аңларға, уның геройҙарын яҡшыраҡ белергә булышлыҡ итә. Сара онлайн һәм офлайн форматтарында үтте.
Саҡмағоштар тарихи диктантты беренсе һанлы урта мәктәптә һәм гимназияла урынлашҡан майҙансыҡтарҙа яҙҙылар. Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә акцияға офлайн режимында 44 кеше ҡушылды. Улар араһында – был мәғариф учреждениеһының педагогтары, райондың йәмәғәт эшлеклеләре һәм мәктәп уҡыусылары, уларның ата-әсәләре ҡатнашты. Өфөнән килгән ҡунаҡ – Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы, Башҡортостан дәүләт университеты доценты Айгөл Ғәни ҡыҙы Сәғитова ла диктантты беҙҙең ерлектә, ошо майҙансыҡта яҙҙы.
Әлбиттә, районыбыҙҙа был тарихи акцияға ҡушылыусылар ике мәктәпкә килеүселәр менән генә сикләнмәне. Яҡташтарыбыҙҙың күбеһе диктантты онлайн форматында яҙып, үҙ белемен һынап ҡараны һәм шул рәүешле Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулаган ватандаштарыбыҙға хөрмәт-ихтирамын белдерҙе.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: